

Быйыл Стәрлетамаҡта дөйөм оҙонлоғо 17 саҡрымлыҡ 39 юл участкаһын ремонтлау күҙаллана, шуның бер нисәүһе - «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса. Шулай уҡ ҙур аҡса талап иткән объектты - Олег Кошевой урамынан Бабушкин урамына сығыу менән тимер юл аша төньяҡ ер өҫтө күперен төҙөй башлау күҙаллана. Ошо маҡсатҡа яҡынса 840 миллион һум йүнәлтелә. Шуның 250 миллион һумы - «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә. Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Милли проект сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 8 саҡрым самаһы тәшкил иткән 8 юлды ремонтлау ҡаралған. Эштәр Водолаженко, Көнбайыш, Тыныслыҡ, Профсоюз, Элеватор, Хоҙайбирҙин, Техник урамдарында, шулай уҡ Хоҙайбирҙин, Көнбайыш һәм Коммунистик урамдары киҫелешендә башҡарыласаҡ. Ремонт эштәрен 1 майҙа башлау һәм яҡынса 31 июлгә тиклем тамамлау күҙаллана. Тимер юл аша төньяҡ ер өҫтө күперен төҙөү 2025 йылға тиклем дауам итәсәк.
Фото: Башинформ
#нацпроекты #регпроекты