

Өфөлә төп урамдарҙың береһен - Галле ҡалаһы исемендәге урамды ремонтлай башлайҙар.
Юлды ремонтлауға бәйле ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Галле ҡалаһы исемендәге урам Өфөлә иң йәнле урамадарҙың береһе тип иҫәпләнә. Ул ҡаланың үҙәк өлөшөнән автотранспорттың М-7 федераль трассаһына сығыуын тәьмин итә һәм ҡаланың мөһим транспорт артерияһы булып тора. Тәүлегенә унан бер нисә тиҫтә мең автомобиль үтә.
Атап әйткәндә, 18 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда иҫке, туҙған япманы йүнәтеү һәм яңыһын һалыу, борт таштарын ҡуйыу, тротуарҙы ремонтлау күҙаллана. Ремонт тамамланғандан һуң горизонталь юл билдәләре һыҙыласаҡ.
Шуға бәйле әҙерлек эштәре ваҡытында автотранспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индереләсәк. Асфальт-бетон япманың аҫҡы һәм өҫкө ҡатламын төҙөгән ваҡытта юлды өлөшләп ябыу ҡаралған.
Был юл участкаһында ремонт эштәрен 2023 йылдың октябрь башына тиклем тамамлау күҙаллана.
Эштәр "Хәүефһеҙ юлдар" милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото: Башинформ
#нацпроекты