+21 °С
Болотло


Быйыл Стәрлетамаҡта «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 16 светофор яңыртыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Вокзал һәм Сакко, Ванцетти урамдары киҫелешендә дүрт яңы светофор ҡуйылған да инде. Тиҙҙән Ильич һәм Ялан урамдары киҫелешендәге тағы дүрт светофорҙы яңыртыу күҙаллана. Бынан тыш, Артем һәм Ибраһимов, Вокзал һәм Ноғоманов урамдары сатында һигеҙ светофор ҡуйыла.
2023 йылдың 30 июненә тиклем республиканың ошо ҡалаһында светофорҙар ҡуйыу һәм реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана.
Фото: Башинформ
#нацпроекты #регпроекты