

Саҡмағош үҙәк район дауаханаһына яңы электрохирургия аппараты килде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Заманса медицина ҡорамалдары Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу программаһы ярҙамында һатып алынды.
Ведомствола аңлатыуҙарынса, электрохирургия аппараты йомшаҡ туҡымаларҙы киҫеү һәм ҡан ағымын туҡтатыу өсөн файҙаланыла.
Уның төп үҙенсәлеге - юғары йышлыҡтағы электр тогы менән эшләү. Пациент бер ниндәй ҙә ауыртыу йәки дискомфорт кисермәй, сөнки процедура нервы туҡымаларына зыян килтермәйенсә стимуллаштыра. Яралар тиҙерәк бөтәшә (бер аҙнаға тиклем), йөй ҡалдырмай һәм йәрәхәтләнеүҙәр, тән бешеүҙәре менән оҙатылмай.
Бынан тыш, бындай алым инфекция йоҡтороу хәүефен кәметә, сөнки юғары йышлыҡлы тулҡындар бөтә микробтарҙы юҡҡа сығара.
Фото: Башинформ
#нацпроекты #регпроекты