Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
5 Май 2023, 05:00

Затондағы канализация төҙөлөшө ни хәлдә?

Был хаҡта аныҡ мәғлүмәттәр билдәле.

Затондағы канализация төҙөлөшө ни хәлдә?Затондағы канализация төҙөлөшө ни хәлдә?
Затондағы канализация төҙөлөшө ни хәлдә?

Өфөләге иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе 65%-ҡа тамамланған, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Төҙөүселәр «Затон-Көнсығыш» канализация коллекторынан алып ҡаланың канализация таҙартыу ҡоролмалары майҙансығына тиклем  торба оҙонлоғоноң 2/3 өлөшөн һалды.

Был коммуналь объект Өфөлә тәүгә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Стимул» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Төҙөлөштө «ДОН» төҙөлөш компаниялары төркөмө» акционерҙар йәмғиәтенә ингән «Донаэропроектстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә «Донаэродорстрой» акционерҙар йәмғиәте алып бара.

Үткәргес торба төҙөлөшөнөң дүрт этабы бер үк ваҡытта тормошҡа ашырыла. Уның дөйөм оҙонлоғо - 27,6 саҡрым.

Бөтә этаптарҙа ла эштәр ике сменала алып барыла. Майҙандарҙа бетон ҡойоусылар, иретеп йәбештереүселәр, водителдәр, механизаторҙар, үткәргес торбаларҙы монтажлаусылар, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән.

 

Фото: Башинформ.

#нацпроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас