Шоңҡар
-3 °С
Облачно
Иҡтисад
12 Мая 2023, 05:49

Башҡортостанда тағы бер дауахана заманса ҡорамал алды

Был эш тә милли проект ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда тағы бер дауахана заманса ҡорамал алдыБашҡортостанда тағы бер дауахана заманса ҡорамал алды
Башҡортостанда тағы бер дауахана заманса ҡорамал алды

 Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһы заманса видеоэндоскопия системаһы алды. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Яңы эндоскоп ашҡаҙан йәки бөйән эсәге сей яраһын, ашҡаҙан-эсәк юлы шештәрен, гастриттың төрлө формаларын, ҡан китеүен һәм аш һеңдереү системаһының башҡа ауырыуҙарын асыҡлау өсөн файҙаланыласаҡ. Бынан тыш, тын алыу юлдарын, умыртҡа бағанаһын һәм бәүел сығарыу юлдарын тикшереү өсөн файҙаланыла, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Фото: Башинформ

#миллипроект #регпроекты #нацпроекты

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас