

Быйыл йәй Өфөлә Менделеев урамында автотранспорт хәрәкәтенең ҡатмарлашыуы көтөлә. Был алдағы ремонт эштәренә бәйле.
«Был урамда транспорт трафигы тығыҙ һәм юл-ремонт эштәрен башҡарыу осоронда автотранспорт хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар булыуы ихтимал. Эштәрҙе башҡарыуға бәйле юлдың дүрттән бер өлөшөндә һәм яртыһында автотранспорт хәрәкәтен сикләү индереләсәк. Водителдәргә тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡлауҙарын, юл билдәләренә һәм ҡоймаларға иғтибар итеүҙәрен һорайҙар. Баш ҡала хеҙмәттәре өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына юлдарҙың ябыҡ участкаларын урап сығыу, уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн ҡала буйлап йөрөүҙе алдан планлаштырырға кәңәш бирә», - тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Миҙгел аҙағына тиклем ҡалала ете урам-юл селтәре участкаһын тәртипкә килтереү күҙаллана. Әле биш объектта ремонт эштәре башланған. Юлдар «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса яңыртыла.
Фото: Башинформ
#миллипроект #нацпроекты #регпроекты