

Башҡорт этно йорто стилендә биҙәлгән тирмәләр тиҙҙән Аҡъярҙа ла барлыҡҡа киләсәк. Теләгән кеше унда ял итеп, халҡыбыҙ мәҙәниәте менән таныша ала. “Матрица” йәмғиәте директоры Рөстәм Туғыҙбаев сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ошондай проект тәҡдим итте. Ойошма туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү өсөн бер тирмә һатып та алған һәм тағы ла бер нисәүҙе алырға планлаштыра. Эшҡыуарға туризмды үҫтереү буйынса муниципаль программа сиктәрендә, тирмәләр алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға конкурсҡа документтар тапшырырға тәҡдим ителде.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://haibh.ru