+22 °С
Ямғыр


"Бөгөн Сәләх ауылында “Дуҫлыҡ” паркы асылды. Ул сәләхтәрҙең тырышлығы менән, уҙған йыл республика кимәлендә үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып яулаған беренсе урындың һөҙөмтәһе.
Һөҙөмтә - минең өсөн ул, бер-беребеҙгә ышанып, иң ҙур ҡиммәтте, аңды үҫтереп йәшәүҙең иң ҙур өлөшөн, иң ҙур файҙаһын күреү.
Бер-беребеҙгә терәк булып, үҙебеҙҙең аңды юғалтмай, айыҡ тормош алып барһаҡ, бөтәһе лә булыр. Йөрөгән еребеҙ ҙә матур, өйҙә тәртип урынлашыр. Бер-берегеҙгә ярҙам итеп йәшәгеҙ.
Уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек барығыҙға ла!" - тип яҙы Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.