

"Ҡашҡар ауылында тәүге тапҡыр "Май майы" йәрминкәһе үҙҙы.
Ҡашҡар ауыл биләмәһенә 4 ауыл инә: Ҡашҡар, Исҡужа, Мәҡсүт һәм Ишбулды.Ауыл халҡы донъя көтөргә бар көсөн һалып тырышып йәшәй.
Биләмә буйынса 800 ашыу һыйыр, 180 ашыу ат малы,150 трактор, 28 йөк машинаһы, 16 пресс-йыйыу, 300 ашыу еңел машина иҫәпләнә. Йәштәр ҙә күпләп тыуған ауылдарында төпләнәләр. Мал үрсетәләр. Шәхси хужалыҡтарҙа иң кәмендә 3 һауын һыйыры, ә инде иң күбе 20 баш һыйыр һауған ғаиләләр бихисап. Был бик һоҡланғыс.
Һәр ваҡыт берҙәм, матур итеп йәшәгеҙ. Һыйырығыҙҙың ағы, майы һәр ваҡыт үтемле булһын. Һаулыҡ, именлек, матур ялдар теләйем", - тип яҙа Йылайыр районы хакимәте башлығы Борис Мелкоедов.