Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Иҡтисад
25 Мая 2023, 04:41

Салауатта ҙур эштәр көтөлә

Мәктәптәр, дауахана яңыртыласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауатта ҙур эштәр көтөләСалауатта ҙур эштәр көтөлә
Салауатта ҙур эштәр көтөлә

Салауатта «Мәктәп белем биреү системаларын модернизациялау» федераль программаһы сиктәрендә 2024 йылға беренсе гимназияны, икенсе кадет мәктәбен, шулай уҡ дүртенсе һәм етенсе мәктәпте капиталь ремонтлау планлаштырылған.

Финанслауҙың дөйөм күләме 483 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк, уларҙың 406 миллионы федераль бюджеттан йәлеп ителгән.

Объекттарҙа эштәр 2025 йылға тамамланасаҡ.

Дауаханаға яңы ҡорамалдар, шул иҫәптән МРТ һәм УЗИ аппараттарына ихтыяж бар. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ошо ҡорамалды милли проект сараларына һатып алырға планлаштырылды.

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас