

Башҡортостан ауылдарының береһендә йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килә.
Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһында «Үҙәк квадрат» паркы төҙөлә башлаған. Быйыл Прибельскийҙағы паркты «нулдән» төҙөй башланылар. Ауыл кешеләренә йәмәғәт киңлеге кәрәклеге тураһындағы ҡарар халыҡ менән бергә былтыр ҡабул ителгән.
Парк «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә төҙөлә, тип хәбәр иттеләр ведомствола. Конкурс процедуралары йомғаҡтары буйынса подрядсы ойошма - «Рефстройпроект» билдәләнде. Был этапта проектты тормошҡа ашырыуға 3,5 миллион һум йүнәлтелгән.
«Үҙәк квадрат» паркын төҙөү буйынса эштәр башланған да инде. Әле эшселәр мини-футбол өсөн тренажёрҙар һәм спорт майҙансығы урынлаштырыуға бетон нигеҙ әҙерләгән.
Фото: Башинформ
#миллипроект #нацпроекты #регпроекты