+21 °С
Болотло


«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостандың медицина учреждениеларына 32 ультратауышлы тикшереү аппараты килтерелә, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Шундай аппараттарҙың береһен Балтас үҙәк район дауаханаһы алды ла инде.
Яңы күп функциялы сканер тиҙләтелгән диагностикалау үткәреү өсөн тәғәйенләнгән һәм сифатлы һүрәттәр алыуҙы тәьмин итеүсе заманса юғары һөҙөмтәле һәм ышаныслы ультратауыш приборы булып тора. Ул юғары сифатлы визуаль һәм заманса һүрәттәрҙе эшкәртеү технологияларына, сканерлауҙың киңәйтелгән мөмкинлектәренә эйә, тип билдәләнеләр һаулыҡ һаҡлау министрлығында.