Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
24 Июнь 2023, 07:37

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы бара

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы бараӨфөлә Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы бара
Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы бара

Әле Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумы алдынан, Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы бара. Сараны Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Белоруссияның Мәғариф министрлығы һәм Белоруссияның республика йәштәр союзы менән берлектә республика хөкүмәте, йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойоштора.

«Бөгөн Рәсәй менән Беларусь Республикаһы араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр – илдәребеҙҙең тарихи үткәне һәм заманса һөҙөмтәле коммуникация. Был берҙәмлектә йәштәребеҙҙең алдынғы идеялары ҙур роль уйнай. Форумда студенттар, ауыл һәм ижади йәштәр вәкилдәре, йәш ғалимдар, хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең платформалары сиктәрендә эшләй. Был йәштәр араһында яңы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен үҫтереү өсөн шәп майҙансыҡ», — тип билдәләне Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Форумдың программаһы дүрт тематик йүнәлешкә бүленгән: агросәнәғәт комплексы һәм ауыл биләмәләре йәштәре, илһөйәрлек ойошмаларында ҡатнашыусылар, йәштәр ойошмаларының, балалар һәм студенттар берләшмәләренең ижади лидерҙары, студент отрядтары һәм эшсе йәштәр вәкилдәре өсөн. Шулай уҡ Өфө - Брест - Минск халыҡ-ара йәштәр телекүпере һәм Рәсәй-Белоруссия йәштәренең үҙ-ара эш итеү перспективалары мәсьәләләре буйынса стратегик сессиялар ҡаралған.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас