+22 °С
Ямғыр


Өй шарттарында туңдырма яһау өсөн 2 стакан шәкәр, 1 л һөт, 100 г май, 1 сәй ҡалағы крахмал, 5 йомортҡа һарыһы кәрәк.
Майҙы йылытылған һөткә һалып, ҡайнап сығыр дәрәжәгә еткерәбеҙ. Башҡа һауытта шәкәр ҡомо, крахмал һәм йомортҡа һарыһын ҡушып һәйбәтләп болғатабыҙ ҙа һөт һалып шыйыҡлайбыҙ (масса ҡаймаҡ ҡуйлығында булырға тейеш).
Ҡайнап сыҡҡан һөткә шул массаны нескә еп ҡалынлығында ғына ағыҙабыҙ һәм болғата-болғата ҡайнап сығыр дәрәжәгә еткерәбеҙ. Унан һауытты һалҡын һыуға ҡуйып һыуытырға һәм әҙер массаны формаларға һалып туңдырырға ғына ҡала