Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
8 Август 2023, 13:58
Шишмә районында #Өйҙә форум-слёты бара
Форум-слёт өс көн буйына дауам итәсәк.
Шишмә районында #Өйҙә форум-слёты бара
Шишмә районындағы «Патриот» #Өйҙә форум-слёты бара. Башҡортостандан ситтә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, белем алған студенттарҙы, буласаҡ йәш белгестәрҙе республикабыҙға ҡайтарыу маҡсатында был сараны ойоштороу изге йолаға әйләнде. Форум-слёт өс көн буйына дауам итәсәк. Ул республикабыҙҙң мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында уҙғарыла. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттары өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән: тематик майҙансыҡтар, эшлекле уйындар, күнекмәләр, фәһемле осрашыуҙар ҙа үткәрелә. Тәүге көндө форумда ҡатнашыусылар «Геройҙар уҙышы» ҡаршылыҡтарын үтеп, музейҙа булып, онотолмаҫ бай тәьҫораттар алған. Сара яңы дуҫтар табырға, киләсәктә Башҡортостанға эшкә ҡайтыуҙы хәстәрләргә лә ярҙам итәсәк.
Автор:
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"