

- Үҙемде белә башлағандан умарталар араһында үҫтем. Атайым Мотаһар Сәйфетдин улы бер ваҡытта ла бал ҡорттарынан өҙөлмәне, ғаиләлә файҙалы, шул уҡ ваҡытта хеҙмәтте яратҡан шөғөл нәҫелдән-нәҫелгә күсә килә. 1996 йылда армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, ауылда йәшәргә ҡалғас, атайым менән берлектә бал ҡорттарын ҡарап, умартасылыҡ төп шөғөлөбөҙгә әйләнде һәм ул мәрхүм булғас, унан ҡалған мираҫты дауам итәм, - ти ҡортсолоҡто биш бармағылай белгән Мөнир.
Ул Башҡорт дәүләт аграр университетының зоофакультетында ҡортсолоҡ бүлеген тамамлаған һәм умартасылыҡтың барлыҡ нескәлектәрен төплө белгән дипломлы белгес тә. Атаһынан мираҫҡа ҡалған һөнәр – умартасылыҡты дауам иткәнлектән, умарталар һанын ишәйтеп, тап ошо шөғөлдө ныҡлап үҫтерергә уйлаша. Мәшәҡәте күп булһа ла, умартасылыҡ табышлы, хужалыҡ өсөн ҙур ярҙам сығанағы. Ғаилә бюджеты ла ошо кәсеп ярҙамында тулылана. Умарталарына ғына ҡарап ятмай Мөнир, ҡыш көнө дәдән, рамдарҙы үҙе эшләй. Умарталарын баҡсаһында урынлаштырған, кәрәк саҡта бер өлөшөн көнбағыш, ҡарабойҙай балы алыу өсөн был үҫентеләр яландарына яҡын урындарға күсергеләй. Бал ҡорттарын ҡышлатыу (тағы ла ҙурырағын төҙөргә уйлаша), бал елгәртеү өсөн урыны ла, ҡорамалдарҙың барыһы ла бар. Нигеҙҙә сәскә һәм йүкә балы алалар. Әммә быйылғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә, йәнә йүкә ағастары өшөп һәм япраҡтарын ҡорт ашап бөтөү сәбәпле, йүкә сәскә лә ата алмаған, шуға нәҙекәйбилдәргә шифалы бал йыйыу бик ауырға тура килгән. Быйыл бал элекке йылдарға ҡарағанда бигүк маҡтанырлыҡ түгел.
- Кәсебем бик еңелдән түгел, мәшәҡәтле булһа ла, уны бик теләп башҡарам. Шифалы, татлы бал өҫтәлгә килеп ултырһын өсөн әсе тир түгергә, бал ҡорттары кеүек егәрле булырға, уларҙы арымай-талмай тәрбиәләргә кәрәк. Яйлап тәжрибә лә өҫтәлә бара, - ти Мөнир. – Тик бына борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға күсә килеп, беҙҙең ерлеккә яраҡлашҡан башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының юғалыу сигенә етеүе күңелде ҡыра. Улар ҡышты ла матур ҡышлайҙар, ауырыуҙар ҙа юҡ ине. Ситтән теләһә ниндәй бал ҡорттары керетелә, улар менән һәр төрлө ауырыуҙар ҙа килә һәм бал ҡорттары бирешеп, үлемгә дусар була, балдың сифатында ла сағылыш таба, - тип ҡайғыра умартасы. – Һуңғы йылдарҙа ситтән килтереп осһоҙ ғына хаҡҡа Карпат тоҡомло тип бал ҡорттары "пакеттары" һата башланылар. Улары ҡышты сыға алмай, тропилелапсоз (варроатозға оҡшаған, әммә унан ҡатыраҡ һәм тиҙерәк тарала, бал ҡорттарын да юҡҡа сығара) тигән сиргә бирешеп үлеп бөтәләр, ә умартасылар йәнә һатып ала. Был сир Үзбәкстанда күберәк таралған һәм "пакеттар" ҙа шунан килтерелгән. Был ауырыуға дарыу ҙа әлегә уйлап табылмаған, был ҙур проблема булып тора, умартасылар шуны аңлаһын ине. Ситтән килтерелгән бындай "пакеттарҙы" һатып алғанда иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк. Яҙлы-көҙлө үҙ умарталығыңдағы бал ҡорттарының анализдарын ветстанцияға тапшырып, хәл-торошон тикшереп тороу бик мөһим. Хәҙер ҡорт тотоуы ла еңелдән түгел, климат та үҙгәрә, бал ҡорто сирҙәре лә күбәйә, умартасыларға үҙҙәренә уяу булырға һәм аңларға тырышырға кәрәк, - тип белгес булараҡ, бал ҡорттары ауырыуҙарын һәм үҙенсәлектәрен яҡшы белгән М.Дәүләтбаев үҙ кәңәштәрен дә бирҙе.
Мөнир Мотаһар улына бал ҡорттарын ҡарашыуҙа һәм бал елгәртеүҙә тормош иптәше Дилбәр Рәйес ҡыҙы ярҙамлаша. Дәүләтбаевтарҙы ауыл биләмәһендә һәм районда уҙған һәр төрлө йәрминкәләрҙә, бал байрамдарында шифалы, үҙенә башҡа тәмле ҡорт балы менән йыш осратырға тура килә. Улар етештергән балды бер тәмләп ҡарағандар мотлаҡ даими һатып алыусыға әйләнә. Ғаиләлә ике ул – 8 йәшлек Данис менән 3 йәшлек Динар үҫеп килә. Умартасы был һөнәр серҙәренә улдарын да төшөндөрә, Данис ҡул араһына ингән, атаһына бал елгәрткәндә бал ҡорттары тултырған рамдарҙағы кәрәҙҙәрҙе асып тороуҙа ҙур ярҙамсыһы булған. Улар ҙа киләсәктә атай-олатаһының умартасылыҡ шөғөлөн дауам итерҙәр...
Индира ИШКИНА,