Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иҡтисад
18 Август 2023, 10:45

Өҫтәлдәрҙе мул итергә иген игә игенсе

Хужалыҡтарҙа ураҡтың ҡыҙған мәле. Яҡшембәт ауылы эргәһендәге баҫыуҙарҙа Илһам Рысаев һәм Илшат Ниязғолов иген культураларын урып йыя. Быйыл культуралар тәпәш, шуға егеттәр үҫтерелгәндең бөртөгөн дә әрәм итмәҫкә тырыша.

Өҫтәлдәрҙе мул итергә иген игә игенсеӨҫтәлдәрҙе мул итергә иген игә игенсе
Өҫтәлдәрҙе мул итергә иген игә игенсе

 

 

Илһам Рысаев - игенселәр нәҫеленән, 2018 йылда Теләүембәттә 9-сы  класты тамамлағас, әрме хеҙмәтенә алынғансы ошо хужалыҡта хеҙмәтен башлай, тәжрибә туплай. Әрменән һуң Мәләүездә тракторсы, водителгә уҡып сыҡҡас, ошо уҡ йәмғиәттә тәүҙә “Газель” водителе булып эшен дауам итә. Былтыр уға “КСУ-1” урғысын ышанып тапшыралар.  Быйыл ул 500 гектарҙа ужым культуралары, арпа һәм һоло сапҡан. Ул атаһы һәм ағаһы Илшаттан өлгө алып, тырышып эшләй.

 Илшат Әхтәм улы Ниязғолов Мораҡтағы 14-се һөнәрселек лицейын тамамлағандан һуң 14 йылдан ашыу механизатор булып тир түгә. Ул төрлө техникала эшләй, быйыл етәкселек уға “Чулпан” үҙйөрөшлө урғысын ышанып тапшырған. Илшат яңы агрегат менән бик ҡәнәғәт, яңы техника менән 500 гектарҙан ашыу иген культураларын сапҡан. 

Розалия Исҡужина

"Мораҙым" гәзитенән.

 

Өҫтәлдәрҙе мул итергә иген игә игенсе
Өҫтәлдәрҙе мул итергә иген игә игенсе
Өҫтәлдәрҙе мул итергә иген игә игенсе
Өҫтәлдәрҙе мул итергә иген игә игенсе
Автор:
Читайте нас