Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Август 2023, 14:28

Иң ҙур түмәр-солоҡ умарталығы

Умартасы Вадим Сәйфетдинов  умарталыҡты туғыҙ йыл дауамында үҫтерә.

Иң ҙур түмәр-солоҡ умарталығы
Иң ҙур түмәр-солоҡ умарталығы

23 августа Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров умартасы Вадим Сәйфетдиновтың муниципалитет биләмәһендәге иң ҙур түмәр-солоҡ умарталығында булды. Ул урта урыҫ бал ҡорто тоҡомоноң бөрйән популяцияһын үрсетеүгә махсуслаша, күрше райондарға һәм республиканан ситтә бал ҡорто пакеттарын һата.

Бөрйән районында умарталыҡты эшҡыуар туғыҙ йыл дауамында үҫтерә. Унда түмәрҙәрҙең дөйөм һаны 300-ҙән ашыу. Бынан тыш, умартасы бөрйән бал ҡортоноң инә ҡорттарын алыу өсөн парк булдырған. Быйыл ул бер меңгә яҡын инә ҡорт етештереүҙе тәьмин иткән.

2021 йылда Вадим Сәйфетдинов ҡатыны менән бергә муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә умартасылыҡты үҫтереү буйынса инвестиция проектын тәҡдим иткән һәм Бөрйән районы хакимиәтенең ярҙамын алған. Бынан тыш, эшҡыуар бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы буйынса умарта-нуклеустар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаған.

Башҡортостан Башлығы нуклеус паркында булды, унда бал ҡорттарын үрсетеү технологияһы менән танышты. Быйыл республикала түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам программаһы эшләй башланы, уның буйынса умарталыҡты үҫтереүгә субсидия алырға мөмкин, тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре умартасыға ошо программала ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса консультация биреү өсөн мөрәжәғәт итәсәк, тине республика Башлығы.

- Солоҡсолоҡ - бик боронғо һөнәр, улар менән тотош династиялар шөғөлләнә. Һәм уны иҡтисад төрө, туризмдың үҫеш нөктәһе булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн ошондай ярҙам программаһын булдырыу идеяһы тыуҙы, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Вадим Сәйфетдиновтың традицион түмәр умарталығын ҡараны. Умартасы Иҫке Собханғол - Темәс юлын ремонтлау кәрәклеген билдәләне. Радий Хәбиров тейешле йөкләмә бирҙе.

(Р. Ҡолөмбәтова).

Сығанаҡ: 

Автор:
Читайте нас: