Радий Хәбиров Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы Фәйзулла майҙанында эҙләү эштәрен үткәреүҙе контролдә тотоу мәсьәләһе йәһәтенән ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшенә ыңғай баһа бирҙе.
«Ошо райондарҙа һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙе әлеге биләмәлә ниндәй эштәр алып барыуҙары борсой ине. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән байтаҡ һөйләшеүҙәр үткәрелде, беҙҙе ишеттеләр. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары башлыҡтарынан халыҡҡа ошо мәғлүмәтте еткереүҙәрен һорайым. Республикала ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү эштәре әүҙем бара, ләкин беҙ ниндәй урындарға бөтөнләй тейергә ярамағанлығын аңларға тейешбеҙ», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә.
Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов һүҙҙәренсә, 1 мартта Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ һәм подрядсы араһында Баймаҡ, Әбйәлил райондарындағы Фәйзулла майҙанында оксидлы марганец мәғдәндәрен эҙләү эштәре үткәреү өсөн контракт төҙөлдө.
«Килешеү шарттарына ярашлы, подрядсы 2025 йылға тиклем Фәйзулла майҙанының геологик төҙөлөшөн тикшерергә тейеш ине. Беҙҙең республикала марганец уҙған быуаттың 30-40-сы йылдарында уҡ асыҡланған. 60-70-се йылдарҙа геофизик, геологик һәм тематик тикшереүҙәр үткәрелгән. Дәүләт 30-40 йыл һайын тәбиғәт ресурстары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе рәсмиләштереп тора. Шулай итеп, подрядсы был эштәрҙе Рәсәйҙең ер аҫты байлыҡтарын инвентаризациялау дөйөм дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарған. Әлеге ваҡытта илдең 10 участкаһында, шул иҫәптән Тымыҡ океанда шундай эштәр бара. Шуныһы мөһим: лицензия файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы күҙ уңында тотмай ине. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса геологик отчет бирелгән. Унда марганец мәғдәндәре сифатлы булмағас, артабанғы эштәрҙе башҡарыу мөмкин түгеллеге билдәләнгән. Шуға күрә, ҡануниәткә ярашлы, Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ һәм подрядсылар менән ағымдағы йылдың 29 авгусынан яҡтарҙың үҙ-ара килешеүе буйынса дәүләт контрактын тарҡатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде», - тип белдерҙе вице-премьер Азамат Абдрахманов.
Автор:Азат Ғиззәтуллин, Сергей Николаев