Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Сентябрь 2023, 18:40

Айгиз Ғиззәт улын ҡотлайбыҙ!

“Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов  Бөрйән һәм Белорет райондарынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланды. Айгиз Ғиззәт улын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм тыуған илебеҙ мәнфәғәте  өсөн емешле эшләүен теләйбеҙ.

Айгиз Ғиззәт улын ҡотлайбыҙ!
Айгиз Ғиззәт улын ҡотлайбыҙ!

“Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов  Бөрйән һәм Белорет райондарынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланды. Айгиз Ғиззәт улын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм тыуған илебеҙ мәнфәғәте  өсөн емешле эшләүен теләйбеҙ.

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы (27 октябрь 1988 йыл) — яҙыусыжурналист, йәмәғәтсе. 2020 йылдың 17 февраленән «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының коллегия ағзаһы. 2022 йылдың 16 декабренән Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).

Биографияһы

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе — Гөлнур Нурғәли ҡыҙы Байымова (1957—1997), атаһы — Ғиззәт Мөхәррәм улы (1950—2001) — икеһе лә яман шеш (рак) ауырыуынан вафат була. Бала саҡтан үкһеҙ етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. 2011 йылда, БДУ-ның 5-се курсында уҡығанда, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә эшкә саҡырыла. 2011—2016 йылдарҙа ошо баҫмала хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.

2020 йылдың февралендә Айгиз Баймөхәмәтов «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде һәм бер ук ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының колегияһы составына индерелде[2].

2020 йылдың июнендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[3][4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Яҙыусылар союзының 2022 йылдың 16 декабрендә үткән XIX съезында алдағы биш йылға ижады ойошманың етәксеһе итеп һайланды [5].
  • 2016 йылдан — Төрки донъяһы йәш яҙыусылары союзының (Әзербайжан) Башҡортостандағы рәсми вәкиле.

Халыҡ-ара сараларҙа

  • Төркиәнең баш ҡалаһы Стамбулда Төрки донъяһы йәш яҙыусылары форумында ҡатнашыу (2017).
  • Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла үткән Төрки донъяһы йәш яҙыусылары форумында ҡатнашыу (июль, 2016)[6].
  • Төркиәнең Трабзон ҡалаһында уҙғарылған Төрки донъяһы ҡоролтайы делегаты (2015).

Рәсәй төбәктәрендә

 

  • 2018 йылдың майында Айгиз Баймөхәмәтов шағир, Ҡаҙағстандың «Серпер» йәштәр премияһы лауреаты, «Молдер булак» журналының баш мөхәррире Саят Камшыгер һәм уның ҡатыны — филология докторы, Жургенов исемендәге Ҡаҙағстан милли сәнғәт академияһы доценты Алиә Бияздыҡова менән берлектә төрлө ижади осрашыуҙарҙа ҡатнашты[8].
  • Әҙип республика ҡала һәм райондарында, Башҡортостандың күрше төбәктәрендә үткәрелгән яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа, әҙәби кисәләрҙә, китап уҡыусылар конференцияларында бик теләп ҡатнаша. Оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусы булараҡ, ул был сараларҙа халыҡ йырҙарын да тамашасыға еткерә.

Ижади эшмәкәрлеге

Айгиз Баймөхәмәтов — башҡорт әҙәбиәтенә XXI быуаттың тәүге ун йыллығында килгән йәш быуын яҙыусылары вәкиле. Республиканың башҡорт телендә сыҡҡан төп ижтимағи-сәйәси баҫмаһы — «Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәткәр булып эшләүе һәм, көндәлек тормоштан ҡалышмай, күп яҡлы темаларға арналған мәҡәләләр яҙыу менән бер рәттән ул әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Быға уның Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында әҙәби ижад буйынса махсус курс үтеүе лә ыңғай яҡтан булышлыҡ итә. Айгиздең хикәйәләре һуңғы тиҫтә йыл арауығында республика гәзит һәм журналдарында даими баҫылып килә, шуларҙың бер нисәһе өсөн ул «Аманат» журналы премияһына лайыҡ булды. 2013 йылда йәш яҙыусының «Ҡалдырма, әсәй!» исемле повесы «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Шул уҡ йылда автор «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсының «Йыл асышы» номинацияһында еңеүсе тип табылды. 2014 йылда был әҫәр Гөлфирә Ғәскәрова тәржемәһендә Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә рус телендә баҫылды.

2014 йылдың май аҙағында ун шағир һәм дүрт прозаиктан торған йәш авторҙарҙың ҙур бер төркөмө составында Айгиз Баймөхәмәтов тә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителде[9][10]. Йәмәғәт ойошмаһы идара ағзаларының бындай хәлдең ғүмерҙә лә булғаны юҡ тип билдәләүе генә лә күп нәмә һөйләй.

Айгиздең үҙенә генә килгәндә, ул — күләме яғынан әллә ни оло булмаған «Ҡалдырма, әсәй!» тигән тәүге повесы менән үк әҙәбиәткә ысын мәғәнәһендә «атылып» килеп инде тип әйтергә була. Йәш яҙыусының был әҫәре тәү сиратта унда күтәрелгән ваҡиғалар, уларҙы тәрән хистәр аша һүрәтләү йәһәтенән төрлө быуын уҡыусыларҙы ла, әҙәбиәт белгестәрен дә тиҙ арала йәлеп итте. Повестың «Башҡортостан» гәзите биттәрендә баҫылған тәүге өҙөктәре үк күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға ла «Ҡалдырма, әсәй!» китап булып нәшер ителеү менән үк таралып та бөттө. Уның руссаға тәржемә ителгән баҫмаһы менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды һәм, тиҙ арала һатылыуы сәбәпле, китап өҫтәлмә тираж менән икенсегә нәшер ителде[11].

Салауат Юлаев премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, мәҫәлән, әҫәргә ыңғай баһа биреп, «Башҡортостан» гәзитендә (2014 йыл, 18 апрель) түбәндәгеләрҙе яҙҙы: «Мин, проза өлкәһендә ҡәҙимге тәжрибә туплаған кеше, Айгиздең повесын тәнҡит күҙлегенән дә ентекләп уҡыным, бәйләнер урын тапманым. Шағир һәм драматург, ҡыҫҡаһы, талантлы йәш дуҫым Салауат Әбүзәр әйтмешләй, әҫәр, тәүге ҡоймаҡ булһа ла, төйөрһөҙ килеп сыҡҡан. Характер логикаһын, психологик дөрөҫлөк ыҙанын әҫәр аҙағынаса үҫтереү һәм һаҡлау хатта, үкенескә ҡаршы, ошо эштә теше төшкән яҙыусыларыбыҙҙың да бөтәһенең дә хәленән килеп бөтмәй. Икенсенән, әҫәр үҙенең дөрөҫлөгө, хатта әсе дөрөҫлөктө сағылдырыуы менән отошло».

Яҙыусының был повесы 2013—2014 йылдар өсөн бирелгән Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына лайыҡ булды[12].

«Ҡалдырма, әсәй!» повесын «Çамрăксен хаçачĕ» гәзитенең («Молодежная газета») баш мөхәррире, Сыуашстандың дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, прозаик Дмитрий Моисеев сыуаш теленә тәржемәләгән. Әҫәр Сыуаш Республикаһының йәштәр гәзитендә баҫылды[13].

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы, шулай уҡ әзербайжан теленә тәржемә ителеп, «Ulduz» журналында баҫылды[14].

2016 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Хыялға ҡаршы» спектакле ҡуйылды (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев)[15][16]. Был әҫәрҙе шулай уҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында утыҙ йыллап уңышлы эшләп килгән «Таңсулпан» драма түңәрәге лә сәхнәләштерҙе[17].

Башҡортостан студенттары ассоциацияһы башланғысы менән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы үтте[18].

2016 йылдың ноябрендә Өфөнәң «Инеш» китап нәшриәтендә йәш яҙыусының «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле икенсе китабы донъя күрҙе. Хикәйәләр тупланған был йыйынтыҡты мәғәнәүи яҡтан «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы итеп ҡабул итергә була: яңы баҫмала шул уҡ геройҙарҙың — балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең артабанғы яҙмышы һүрәтләнә[19].

2017 йыл миҙгелендә Бүрәт академия драма театры Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын ургынууд» спектаклен сәхнәгә ҡуйҙы.[20].

2017 йылдың май айында Өфөнәң «Инеш» нәшриәтендә яҙыусының «Әкиәтһеҙ бала саҡ» («Детство без сказок» (рус.)) тигән китабы донъя күрҙе. Әҫәрҙе рус теленә Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән, ул — етем балаларҙың тормошо хаҡындағы «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы. Китапта өс республиканың халыҡ шағирҙары: Ҡәҙим Аралбай (Башҡортостан), Роберт Миңнуллин (Татарстан), Юрий Семендерҙың (Сыуашстан) рецензиялары бирелгән. Баҫманың тиражы — ике мең дана. Автор әйтеүенсә, «Әкиәтһеҙ бала саҡ» татар, ҡаҙаҡ һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителә[21][22].

2017 йылдың ноябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Хыялға ҡаршы» спектаклен Рәсәйҙең «Театр» телеканалында күрһәттеләр. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә. Уны Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған. Инсценировка авторы — Әнгизә Ишбулдина. Етем ҡалған һәм балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килгән үҫмерҙәр тураһында спектакль башҡорт актерҙары Мәскәүҙә сығыш яһаған саҡта төшөрөлгән[23].

2017 йылда Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы ҡаҙаҡ телендә айырым китап булып баҫылып сыҡты. Ул «Тастамашы, ана!» исеме менән Алматы ҡалаһының «Кокжиек» нәшриәтендә өс мең дана менән донъя күрҙе. Әҫәрҙе ҡаҙаҡсаға Ҡаҙағстандың йәштәр премияһы лауреаты, «Мөлдір бұлақ» журналының мөхәррир урынбаҫары шағир Саят Камшыгер тәржемә иткән[24][25]. Әҫәр Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылды[26].

Әҙиптең 2013—2017 йылдарҙа ижад иткән яңы китабы «Урам балалары» тип атала, һәм ул 2018 йылда Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте өс мең тираж менән баҫылып сығасаҡ[27].

2018 йылдың мартында Өфөләге «Инеш» нәшриәтендә әҙиптең повесы «Калдырма, әнкәй!» исеме менән татар телендә донъя күрҙе. Уны Руслан Сөләймәнов тәржемә иткән. Баҫманың тиражы — 3000 дана. Быға тиклем Ҡаҙағстанда бестселлер булып танылған әҫәр бында ла шундай уҡ билдә менән сығарылған. Автор һүҙҙәренсә, уның автобиографик әҫәре Татарстан уҡытыусылары үтенесе менән туғандаш республика теленә ауҙарылған[26].

2018 йылдың июлендә «Инеш» нәшриәтендә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡыҙыҡ был тормош…» исемле яңы китабы сыҡты. Уға билдәле замандаштар тураһында лаҡаптар, көлкөлө хикәйәләр, шулай уҡ яҙыусының шәхси архивынан фотолар ингән. Баҫманың тиражы — ике мең дана[28].

2018 йылда Алматыла «Ҡалдырма, әсәй!» повесы 5000 дана менән ҡаҙаҡ телендә «Тастамашы, ана!» исеме менән баҫылды. Ҡаҙағстанда әҫәр шунда уҡ популярлыҡ яуланы һәм бестселлер тип аталды. «Эл-Жастар» Күкшетау йәштәр театрында повесть буйынса спектакль ҡуйылды. Яңыраҡ китап рус телендә лә донъя күрҙе[29].

2019 йыл башында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы бер юлы ике республикала баҫылып сыҡты. Ҡырғыҙстанда ул ҡаҙаҡсанан Жолдубек Ҡасҡынбаев тәржемәһендә ҡырғыҙ телендә «Таштабачы, апаке!» исеме аҫтында донъя күрҙе. Баҫманың тиражы — 2000 дана. Шулай уҡ Бишкәктә был китап Гөлфирә Ғәскәрова тәржемәһендә рус телендә нәшер ителде[29].

2019 йылдың май айында Ҡаҙағстанда «Әкиәтһеҙ бала саҡ» китабы «Ертегісіз өткен балалық» исеме менән «Самга» нәшриәтендә 2000 данала баҫылып сыҡты[30].

2019 йылдың майында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш телендә донъя күрҙе. Ул Сыуаш дәүләт китап нәшриәтендә «Хыпар» нәшриәт йорто директоры урынбаҫары Дмитрий Миосеев тәржемәһендә баҫылды[31].

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнәләр[32].

Башҡорт Википедиянан

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас: