Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Сентябрь 2023, 22:40

Төп эшебеҙ - урман үҫтереү

БР “Ғафури урман хужалығы” Дәүләт унитар предприятиеһы эшсәндәре лә үҙҙәренең һөнәри байрамы - Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн лайыҡлы ҡаршылай. Ошо уңайҙан эшмәкәрлектәре менән таныштырыуын һорап учреждение директоры Рәүеф Лотфрахман улы ЙӘНМЫРҘИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

Төп эшебеҙ - урман үҫтереү
Төп эшебеҙ - урман үҫтереү

 

- Иң башта шуны билдәләп үтергә кәрәк, быйыл беҙҙең предприя-тиела Мәскәүҙән, йәғни Рәсәй урман хужалығынан 2022 йылғы эшмәкәрлеккә тикшереү булды. Тикшереү үткән өс хужалыҡ араһында урман хужалығын файҙалы алып барыу буйынса иң һәйбәте булып танылдыҡ.
Беҙҙең 15 кешене берләштергән коллективтың төп эшмәкәрлеге булып хужалыҡ итеү тора. Иңебеҙҙә - йәш үҫентеләр, ағастар ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, һирәкләү, урмандарҙы санитар таҙартыу, урман ситтәрендә янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырыу, етештереү эшмәкәрлеге лә (ағас ҡырҡыу, пилорамала брус, таҡта ярҙырып, утын әҙерләп һатыу) алып барабыҙ. Йылдан-йыл үҙебеҙгә еткерелгән дәүләт пландарын үтәп киләбеҙ, уларҙың күләме арттырыла бара. Диләнкәлә утын өсөн һәм төҙөлөшкә яраҡлы ағас әҙерләйбеҙ. Ошо маҡсатта бы-йыл 3 меңдән ашыу кубометр ағас ҡырҡылған. 32 гектар майҙанда ағас ултыртылған. Шулай уҡ урмандарҙы янғындан һаҡлау маҡсатында янғынға ҡаршы һыҙаттар (165 километрҙа) булдырыу эшен атҡарҙыҡ, 100 гектарҙа урмандарға санитар таҙартыу уҙғарылды. Аукционға ҡуйып, диләнкә бүлеүгә килгәндә, йыл башынан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн 400 гектар диләнкә бүленгән. Махсус хәрби операцияға таҡта-брустар, ярылған утындар әҙерләп ҡуйҙыҡ.
Ошо бихисап эштәр артында урмансылар коллективының еңел булмаған көндәлек мәшәҡәттәре ята. Хеҙмәткәрҙәр барыһы ла үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәй. Күпселегенең хеҙмәт стажы ике тиҫтә йылға яҡын, урмансы һөнәренә өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бағышлаусылар ҙа бар. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан айырыуса оҙаҡ йылдар эшләүселәрҙең бер нисәүһен билдәләргә кәрәк. Пилорамсы Миңлеғәле Мөхәмәтдинов, урман ҡырҡыусы Дамир Хәйрислам улы Балтачев, урман мастеры Ниязи Рәсүл улы Зәйнетдинов, бухгалтерҙар Гүзәл Рәис ҡыҙы Әхмәтғәлиева, Людмила Анатольевна Галактионова һәм башҡалар.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен урман тармағы менән бәйләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы (улар – 70-ләп кеше) һөнәри байрамыбыҙ – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә хеҙмәт уңыштары, иҫәнлек-һаулыҡ, күтәренке кәйеф теләйем.

Индира ИШКИНА.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите

Автор:
Читайте нас: