Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Сентябрь 2023, 20:40

Ҡарбуз алығыҙ! Бушлай!

Билдәле яҙыусының улы бушлай ҡарбуз таратҡан! 

Ҡарбуз алығыҙ! Бушлай!
Ҡарбуз алығыҙ! Бушлай!

Әүҙем тормош алып барыусы һәм үҙ эшенә юғары яуаплылыҡ менән ҡараусы, ижади фекер йөрөтөүсе кешеләрҙең һаны йылдан-йыл артыуы шатландыра. Бөгөн республикала иҡтисадта мәшғүлдәрҙең һәр өсөнсөһө бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә эшләй. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылының йәш эшҡыуары Юлай Ураҙғолов - ана шундайҙарҙың береһе.  Хәҙер инде биш йыл Архангел районында үҙенең магазинын тота. Бөгөн Юлай Рәлис улы - үҙенең үҫеш юлын тапҡан, аяҡта ныҡлы баҫып торған эшҡыуар. Ул киләсәктә үҙ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсаты менән янып йәшәй.

— Үҙ эшен башларға теләүселәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? - тигән һорауға ул: «Иң беренсе ихтыяр көсө, маҡсатың булырға тейеш. Һәм, әлбиттә, ялҡауланһаң, эшең алға бармаясаҡ. Бар көсөң менән тырышырға кәрәк», — тине.

Ысынлап та, һәр бер эштең дә асылына төшөнөү өсөн егәрлелек, сабырлыҡ кеүек сифаттарҙы үҙ итергә кәрәк. Үҙенең тырышлығы, ябайлығы менән үрнәк булған, заманға ла яраҡлашырға тырышҡан Юлай Ураҙғоловҡа һоҡланмау мөмкин түгел.

Ул ил-йортобоҙҙоң тыныс булыуын теләп, юлдар уңып торһон, балалар имен-һау булһын тип, архангелдәрҙе ҡыуандырып, 300 балаға бушлай ҡарбуз таратты. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тиҙәр бит, эштәрегеҙ һәр саҡ уңышлы булһын, ғаиләгеҙгә именлек, бәхет, һаулыҡ теләйбеҙ!

Әйткәндәй, Юлай билдәле яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың улы була. 

Әлиә Әхтәмова.

Фото —  Юлай Ураҙғолов тарафынан ебәрелде.

Сығанаҡ: "Инйәр" гәзите

Автор:
Читайте нас: