Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Октябрь 2023, 11:46

Пенсия 7,5% арттырыла

Был үҙгәреш 32 миллион кешегә ҡағыла.

Пенсия 7,5% арттырыла
Пенсия 7,5% арттырыла

Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа 2024 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән граждандарҙың пенсияһын индексациялау тураһында закон ҡабул итте. Рәсәйҙә пенсия 7,5% арттырыла. Был 32 миллион кешегә ҡағыла, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте рәйес Вячеслав Володинға һылтанма менән.

«Пенсионерҙарға түләнә торған аҡса федераль бюджет проектына һалынған. 2024 йылда пенсияны арттырыу өсөн өҫтәмә бюджет сығымдары 234 миллиард һум самаһы тәшкил итә», — тип белдерҙе Володин.

25 октябрҙә депутаттар беренсе уҡыуҙа минималь эш хаҡын күтәреү тураһында законды ҡарарға йыйына.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: