Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Ноябрь 2023, 14:23

Балаға алимент алған осраҡта, эшләмәгән әсә берҙәм пособие ала аламы?

Берҙәм пособие буйынса һорауҙарға яуаптар...

Балаға алимент алған осраҡта, эшләмәгән әсә берҙәм пособие ала аламы?
Балаға алимент алған осраҡта, эшләмәгән әсә берҙәм пособие ала аламы?

Ата-әсәләр балаларына иң яҡшыһын бирергә теләй — уйынсыҡтар, белем, ял һәм башҡалар. Дәүләт уларҙың теләктәрен ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә. Берҙәм пособие ошо ярҙам сараларының береһе булып тора.

Башҡортостанда килеме йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләр түләү алырға хоҡуҡлы. Документтар юллаған саҡта күп һорауҙар тыуа. Йыш осраған һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

❓Балаға алимент алған осраҡта, эшләмәгән әсә берҙәм пособие алырға мөмкинме?

Килем йәшәү минимумынан түбән булһа ғына түләүҙәргә иҫәп тоторға мөмкин (https://vk.cc/cs3pc2). Был осраҡта эшкә урынлашмауҙың сәбәбе булырға тейеш, мәҫәлән, декрет йәки оҙайлы дауаланыу.

❓Түләүҙе бер юлы бер нисә балаға рәсмиләштерергә мөмкинме?

Эйе, бының өсөн Социаль фондта, Күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза бирергә кәрәк. Ғаризаны раҫлағандан һуң аҡса биш эш көнө эсендә килә.

Документтарҙан ғариза, балаларҙың уҡыған урынынан белешмәләр һәм ғаиләгә финанс-мөлкәт йәһәтенән ташлама биргән башҡа документтар ғына кәрәк буласаҡ.

❓Берҙәм пособиеның күләме ниндәй?

Ил буйынса түләү 5 меңдән 16 мең һумға тиклем тәшкил итә. Был - бер балаға төбәк йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 проценты.

Сумма ата-әсәнең килеменә һәм мәшғүллегенә бәйле. Мәҫәлән, төп түләүҙе 50 процент тип билдәләгәндә ғаиләнең һәр ағзаһының килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа, түләү күләме 75 процентҡа тиклем арттырыла.

❓Ваҡытлыса теркәлеү менән берҙәм пособие рәсмиләштерергә мөмкинме?

Мөмкин. Ғаилә ҡуртымға алған фатирҙа йәки ятаҡта йәшәһә лә, пособие тәғәйенләнә. Ваҡытлыса прописканың ҡасан тамамланыуына ҡарамаҫтан, пособие түләү ваҡыты 12 ай тәшкил итә.

???? Күберәк яуаптар — Башҡортостанда берҙәм пособие буйынса чат-ботта: https://vk.cc/cpJGxT

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: