Шоңҡар
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ноябрь 2023, 09:50

"Ҡыр карабы"н эшкә егә егеттең аҫылдары

Игенселәргә мәҙхиә йырлаған гүзәл осор күптән артта ҡалһа ла, бар әле бар, тыуып үҫкән төбәген сит ерҙәргә алмаштырмайса, алтын диңгеҙ баҫыуҙарҙа арыу-талыуһыҙ намыҫлы хеҙмәт күрһәтеүсе һәм район хужалығы үҫешенә үҙ өлөшөн тос индереүсе таһыл егеттәребеҙ!

"Ҡыр карабы"н эшкә егә егеттең аҫылдары
"Ҡыр карабы"н эшкә егә егеттең аҫылдары

Игенселәргә мәҙхиә йырлаған гүзәл осор күптән артта ҡалһа ла, бар әле бар, тыуып үҫкән төбәген сит ерҙәргә алмаштырмайса, алтын диңгеҙ баҫыуҙарҙа арыу-талыуһыҙ намыҫлы хеҙмәт күрһәтеүсе һәм район хужалығы үҫешенә үҙ өлөшөн тос индереүсе таһыл егеттәребеҙ! Һеҙ фотола күргән Филүс Үлмәҫбаев та тап шундайҙар сафынан. Ул – Күгәрсен агросәнәғәт йәмғиәтенең (директоры Айрат Болғаиров) тәжрибәле комбайнёры һәм механизаторы. - Бәләкәстән техника яратҡас, эшемдең ауырлығы бик тойолмай ҙа, - ти Филүс Зиннур улы.

Филүс Әлмәс ауылында 1993 йылдың йәмле яҙында донъяға килә. Үҙен белә башлағандан бирле баҫыу-ҡыр, урып йыйыу эштәренең уртаһында ҡайнаған атаһы Зиннур Лотфулла улына (күптән мәрхүм инде) эйәреп механизатор һөнәре серҙәренә төшөнә. Техникаға әүәҫлек ҡустыһына ла бирелә, Айнур әлеге ваҡытта шул уҡ ойошмала “КамАЗ” да эшләй. Туғандары менән бергә (ғаиләлә дүрт бала) Әлмәс ауылында ҙур шәхси хужалыҡ тотҡан әсәләре Эльвира Ғитиәт ҡыҙы өсөн дә ныҡлы терәк булып тора булдыҡлы егеттәр.

Иртә яҙҙа Филүс үҙенең “Беларус”ында сәсеү эштәрендә ҡайнаһа, урып-йыйыу осоронда комбайнына күсеп ултыра. Ә тыуған еренең бәрәкәтен арттырыр өсөн күңел һалып тир түгеүсе бындайыраҡ егеттәр барҙа, баҫыу-ҡырҙарыбыҙҙа техника тауышы тынмаҫ, ауыл хужалығы сәнәғәте бөтмәҫ әле. 

Гөлшат Сәйетбатталова.

"Мораҙым" гәзите

 

Автор:
Читайте нас: