Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ноябрь 2023, 11:34

2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды

Хәҙер  йәшәү минимумы - 12 650 һум. 

2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды
2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды

Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды. 1 ғинуарҙан ул 13 753 һумға еткерелә (хәҙер 12 650 һум). Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләме — 14 991 һум, пенсионерҙарға — 12 530 һум, балаларға 13 340 һум була.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, йәшәү минимумы халыҡтың йәшәү кимәлен асыҡлау һәм уларҙы аҙ тәьмин ителеүселәр категорияһына индереү өсөн ҡулланыла. Ул дәүләт социаль ярҙамы тәғәйенләү өсөн кәрәк.

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас: