Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ноябрь 2023, 20:42

Яраттар һалдаттарға ярҙам итә

Ярат ауылы ағинәйҙәре тәүге көндәрҙән үк һалдаттар өсөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләүгә тотонған.

Яраттар һалдаттарға ярҙам итә
Яраттар һалдаттарға ярҙам итә

Бөгөн Баймаҡ районының Ярат ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев кәңәшмәне асып, «Башҡорт» позывнойлы хәрбигә Шайморатов миҙалы тапшырҙы. Шулай уҡ гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә тос өлөш индергән бер төркөм район ағинәйҙәре район Советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Ярат ауылы ағинәйҙәре тәүге көндәрҙән үк һалдаттар өсөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләүгә тотонған. Ошо ауылда йәшәүсе Гүзәлиә Вәлиева госпиталдәргә яҫтыҡтар теккән. Быға тиклем ауыл халҡы шулай уҡ маскировкалау селтәрҙәре үреп, алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан. Сара барышында селтәрҙе үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде.

Автор:
Читайте нас: