Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь 2023, 09:23

Батыр яугиргә һәйкәл асылды

Радий Хәбиров Илвир Ғәлләмовты һуңғы юлға оҙатҡанда яугирҙең исемен мәңгеләштереү бурысын ҡуйғайны.

Батыр яугиргә һәйкәл асылды
Батыр яугиргә һәйкәл асылды

Кушнаренко районы Ҡалтай ауылында махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә үк һәләк булған Илвир Ғәлләмовҡа бюст асылды, самбо һәм билбау көрәше буйынса асыҡ турнир үтте. Илвир Илмир улы — спортсы, танк взводы командиры. Мәктәптән һуң Ҡазан танк училищеһын тамамлаған. Хәрби һөнәрҙе һайлауы ла осраҡлы түгел, егеттең олатаһы легендар 112-се башҡорт
кавалерия дивизияһы ҡаһарманы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Илвир Ғәлләмовты һуңғы юлға оҙатҡанда яугирҙең исемен мәңгеләштереү бурысын ҡуйғайны. Әле Ҡалтай мәктәбендә мемориаль таҡтаташ, музейҙа стенд, класында Герой партаһы ҡуйылған. Бөгөн иһә белем усағы алдында бюст асылды.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-85076499_68382

Автор:
Читайте нас: