Силәбе оҫтабикәһе Румия Рыҫмөхәмәтова «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡҡан. Румия был бәйгелә үҙе эшләгән башҡорт матрешкалары менән ҡатнаша.
«Туристик сувенир» бәйгеһенең төбәк этабы Марий Эл республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһында үткән, ә финалы 1-3 декабрҙә Тверь ҡалаһында буласаҡ. Ул 2015 йылдан алып Геннадий Шаталовтың инициативаһы менән ойошторола. Быйылғы конкурста Рәсәйҙең 75 төбәгенән оҫталар ҡатнаша.
Румия Рыҫмөхәмәтова Силәбелә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүсе әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Әлеге ваҡытта ул шулай уҡ «Инәй-милләт алтыны» тип аталған башҡорт мәҙәниәте конкурсында ла көсөн һынай. Әүҙем милләттәшебеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
Ҡоролтай/Курултай