Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Февраль , 16:02

Бәхетле минуттарҙы аҙаҡҡа ҡалдырмайыҡ

Ниңә һаҡлағандарҙыр? Кем өсөн? Иртән тороп матур сынаяҡтарҙан сәй эсмәгәс ни...

Бәхетле минуттарҙы  аҙаҡҡа ҡалдырмайыҡ
Бәхетле минуттарҙы аҙаҡҡа ҡалдырмайыҡ

Бәләкәй саҡта өләсәйемдең сервантын ҡарарға яраттым. Сәғәттәр буйы күҙәтергә була! Быяла артында гәлсәр бокалдар, матур сәскәле сынаяҡтар... “Эх, шуларҙан сәй эсергә ине”, тип уйлағанымды хәтерләйем. Ниңәлер биҙәкле, йоҡа ғына быялалы сынаяҡтарҙан сәй ҙә тәмлерәк булыр һымаҡ ине. Әммә уларҙы ҡулланғандарын бер ҙә күрмәнем. Тора-бара модаһы ла үтте. Уларҙың урынын яңылар алды. Ниңә һаҡлағандарҙыр? Кем өсөн? Иртән тороп матур сынаяҡтарҙан сәй эсмәгәс ни...

Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ғүмерҙе аҙаҡҡа ҡалдырабыҙ. Бына балалар үҫер, йәй етер, дүшәмбе булыр... Йәшлекте ҡартлыҡҡа ҡалдырабыҙ. Иртән торғас та — кисте, кистән яңы көндө көтәбеҙ. Аҙна башланып өлгөрмәй, буласаҡ ялдарҙы уйлайбыҙ. Матур һүҙҙәрҙе, кейемдәрҙе алыҫ ҡумтаға һалып ҡуябыҙ. Ғүмер хәҙер барған мәл икәнен онотабыҙ...
Гөлсинәнең сығарылыш кисәһенә күлдәк алдылар. Ҡыҙ йәнһүрәттәге принцес­салар­ҙыҡы һымаҡ ҡупшыһын кейгеһе килгәйне, әммә әсәһе ҡаршы төштө. “Аҙаҡ кейерлек күлдәк ал! Быны бер кейҙең дә һалып ҡуй­ҙың...” Ниңә һуң ул теләгән күлдәкте алмаҫҡа? Бер тапҡырлыҡ булһа ни! Сығарылыш кисәһе йыл һайын түгел... Ошо мәлдә, ошо ваҡытта ҡыуанмағас ни! Ул көндө башҡа ҡайтарып булмай бит...
Дуҫым ата-әсәһен нисәнсе йыл шифаханаға алып бара алмай. Әле баҡса, әле бесән, әле мал ҡарарға кәрәк, тип аҡланалар... Был эштәр берәй ваҡыт бөтәме ни инде? Инде ҡартайып, баҡса, мал ҡарай алмаған ваҡытта ял итергә уйлайҙармы?
Әхирәтем баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Балалар баҡсаһында бер тапҡыр сосиска биргәндәр. Тәмлекәсте иң аҙаҡ тәмләп тороп ашарға булған. Тиҙерәк ауыҙ итеп ҡарағыһы килһә лә, тәүҙә картуфты, шунан икмәкте йота. Сосискаға еттем тигәндә генә тәрбиәсе эргәһенән үтеп бара ла: “Аһ, сосиска яратмайһыңмы әллә? Берҙе лә ашамағанһың, улай булғас, мин алайым”, — тип тәмлекәсен алып китә лә бара. Түҙемһеҙләнеп көткән мәл етмәй... Хәҙер ул күңеле теләгән сосисканы һатып ала ала, әммә бәләкәй саҡта татый алмағаны иң тәмле, иң шәбе булып күренә...
Аҙҙаҡа ҡалдырылған ғүмер синдромы — бик күптәрҙә бар. Тик уны бер кем дә үҙендә һиҙмәй. Ошондай синдромлы кеше ғүмер әле башланмаған, үҙен бары тик “ысын” томошҡа әҙерләнә кеүек тоя. “Ысыны” бына-бына етер һымаҡ. Дүшәмбе булһын әле, өй һатып алайым әле, өйләнәйем дә, балаларым уҡыуын бөтһөн дә тип ул көтә лә көтә...

Кемдәрҙә был синдром бар?

Аҙҙаҡа ҡалдырылған ғүмер синдромының төп билдәһе — ниҙер эшләр урынға нимәлер көтөп йәшәү. Ялдарҙы, эш тапшырыуҙы, 30 йәш йә 45 йәш тулғанын, ипотека түләп бөткәнде... Шунан һуң сәйәхәткә лә китер, ауылыға ла ҡайтып килер, өйләнер ҙә... Ошо мәлдә, ошо ваҡытта эш башлар, рәхәтләнеп йәшәр өсөн нимәлер етмәгән һымаҡ: бер-ике кило ташлаһа, кейәүгә сыҡһа, тағы бер диплом алһа, тормош яҡшырып, иркен тын алып ҡалыр һымаҡ.
“Ҡара көнгә” аҡса, әйберҙәр йыйып барыу ҙа — синдромдың билдәһе. Әйберҙәр ята, ә кәрәкле көн етмәй ҙә етмәй. Ә “ҡара көн” ниндәй икәнен дә белмәйҙәр...
Хәҙерге мәл бөтөнләй ҡыуаныс килтермәй. Күптән көткән һөҙөмтәләр, маҡсаттар тормошҡа ашһа ла, ҡәнәғәтлек тойғоһо булмай. “Ике килоға ябыҡтым, бишкә кәрәк булған”, “эш хаҡы артты, тик ул аҡсамы инде”, “шәп уҡыу йортона индем, тик диплом алмайынса ҡыуанмай торорға кәрәк...”
Был синдромлы кешеләр үҙҙәрен һәр ваҡыт башҡалар менән сағыштыра. Күҙҙәре алдында гел унан яҡшыраҡ, аҡыллыраҡ, лайыҡлыраҡ кешеләр табылып ҡына тора.
Бәхетле булмаҫ өсөн сәбәптәр табалар. “Африкала балалар астан үлә, беҙ бында ҡиммәтле емеш ашайбыҙмы?”, “Илдә кризис, ошо ваҡытта фатир алмайбыҙ инде...”
Хәҙер булған мөнәсәбәте, социаль хәле, матди байлығы бөтөнләй оҡшамағас, синдромлы кеше бәхетле булған донъя уйлап сығара. Әлеге тормошонан ҡәнәғәтһеҙлек, насар уйҙар кисерә, стресс артҡандан-арта ғына бара. Эшләр, нимәлер үҙгәртер урынға, татлы хыялдарға бирелеп, барып етмәҫлек киләсәкте генә уйлап йәшәүен дауам итә бирә.

Ниңә был синдром барлыҡҡа килә?

Кемгә бәләкәй саҡта “Бына мәктәпте бөтөрөрһөң дә аҡса эшләй башларһың, теләгән нәмә һатып алырһың...”, “Үҙеңдең өйөң булыр ҙа, шунда үҙең теләгәнсә йәшәрһең...”, “Минең йәшкә етерһең дә, шунан аҡыл өйрәтерһең...” тигәнерәк һүҙҙәр әйткәндәре бар? Күптәргә. Бындай һүҙҙәр балаға бәләкәйҙән рәхәтлек кисерер, ҡыуаныр, үҙең теләгәнсә эшләр өсөн башта ниндәйҙер ҙур маҡсатҡа ирешергә кәрәк тигән “аҡыл” һала. Бәхеткә көрәшеп, ауырлыҡтар аша үтеп кенә лайыҡ булалар тигән фекер орлоғо сәселә. Бер яҡтан, эйе, бындай балалар ҙур уңышҡа өлгәшә, тырышып белем ала, карьера төҙөй. Тик улар бер ваҡытта ла өлгәшкәндәренә ҡыуана белмәй, һөҙөмтәләрҙән һәр саҡ ҡәнәғәтһеҙ ҡала.
Йәмғиәт тә ғүмергә, уй-фекерҙәргә ҙур йоғонто яһай. Беҙ график буйынса уянып, эшләп, ял итеп өйрәнгәнбеҙ. Кешеләрҙең баштарында яһалма сиктәр ҙә бихисап. Уҡыусыға — мәктәпте тамамлағас, студентҡа — диплом алып эшкә урынлашҡас, хеҙмәткәргә — ҙурыраҡ вазифа алғас, өлкәнгә хаҡлы ялға сыҡҡас яңы тормош башланыр һымаҡ тойола.
Тағы ла интернет селтәренән блогерҙарҙың идеаль тормошон күреп, үҙҙәренең бөгөнгөһө менән ҡәнәғәт булмағандар арта. Улар һымаҡ сәйәхәт итерлек аҡса тапҡас, ҙурыраҡ фатир, яңыраҡ машина алғас ысын тормош көтә һымаҡ.
Аҙҙаҡҡа ҡалдырған ғүмер синдромлы кешеләрҙе шартлыса ике төркөмгә бүлергә була. Берәүҙәр маҡсаттары өсөн, башында булған идеаль донъяға ынтылып, бөтөнләй бөгөнгөһөн, төн йоҡоһон онота. Тик киләсәкте уйлап, шуның өсөн эшләп көндәрен үткәрә. Икенселәр, киреһенсә, бер нәмә лә эшләмәй, тормошонда һынылышлы, уны, ғүмерен үҙгәртерлек ваҡиғаны, мөғжизәне көтөп йәшәй.

Нимә эшләргә?

Тәүге аҙым — проблема бар икәнен аңлау. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын өсөн нимәләр эшләйһегеҙ? Һеҙҙең өсөн бер кем дә ябыҡмай, карьера төҙөмәй, сәйәхәткә бармай... Уй көсө менән генә маҡсаттар тормошҡа ашмай. Тимәк, торорға, буш уйҙарҙан арынырға, тәүге аҙым яһарға кәрәк.
Икенсе аҙым — аныҡ план төҙөргә. Был тормоштан нимә алырға теләйем? Һеҙгә алға барырға нимә ҡамасаулай икәнен тәфсирләп ҡағыҙ битенә теркәгеҙ. Уларҙы юҡ итеү өҫтөндә эшләй башлағыҙ. Әҙләп булһа ла, яйлап булһа ла.
Ҡағыҙ битенә йөҙ теләк яҙығыҙ. Шуларҙың хәҙер тормошҡа ашыра алырлыҡ унауһын билдәләгеҙ. Маҡсатҡа алып килерлек аҙымдарҙы тәфсирләп яҙығыҙ. Шул осраҡта әллә ҡайҙа алыҫта күренгән хыялға юл ҡурҡытмаясаҡ.
Ыңғай ғәҙәттәр индерегеҙ. Мәҫәлән, бер йылдай кеймәгән кейемде ташлағыҙ. Матур һауыт-һабаны ҡунаҡта ғына түгел, көндәлек тормошта ла ҡулланығыҙ. Ял иткегеҙ килә икән, ярты сәғәт булһа ла ятып торорға үҙегеҙгә рөхсәт итегеҙ. “Теге донъяла йоҡларһың” тигән уйҙарҙы башығыҙҙан алып ташлағыҙ. Ғүмерегеҙ өсөн яуаплылыҡ алырға ҡурҡмағыҙ. Үҙегеҙгә нимә кәрәк икәнлеген тик һеҙ генә беләһегеҙ. Иң мөһиме — тик тормағыҙ, мөғжизә көтөп ултырмағыҙ. Бөгөнгө көндән рәхәтлек алып, бәләкәй-бәләкәй аҙымдар менән булһа ла хыялға табан атлағыҙ!

Айгөл СӘЛӘХОВА.

 

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/person-enjoying

Автор:
Читайте нас: