Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Март , 09:48

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек уңғандар

Беребеҙ “янғанда”, икенсебеҙ “һыу” булырға тырыша, ултырып кәңәшләшеп, барлыҡ проблемаларҙы ла, яҡшы уй-ниәттәребеҙҙе лә уртаға һалып хәл итәбеҙ, бер-беребеҙҙе аңлап, нисек барбыҙ, шулай ҡабул итәбеҙ.

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек уңғандар
Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек уңғандар

Республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларында зауыҡ менән төҙөлгән йорттарҙың матурлығына хайран ҡалырлыҡ. Йәш ғаиләләрҙең тырышып эшләүенә, балалар үҫтереп, матур донъя көтөүҙәренә һоҡланырға ғына ҡала. Был ғаиләләрҙең һәр береһе үҙенсә бәхетле...
Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Илфат Илшат улы һәм Айһылыу Мәжит ҡыҙы Ҡоҙашевтарҙың йорто ла әллә ҡайҙан балҡып, егәрле хужалар йәшәүен белдереп тора.
Улар тирә-яҡтан йәм, йәшәүҙән тәм тапҡан, үҙҙәрен уратып алғандарға дәрт өҫтәп, изгелек өләшеп йәшәгән матур пар тип әйтке килә.
Дөрөҫ, һәр ғаилә үҙенсә матур, бына мәҡәләбеҙҙең геройҙары ла – ғәжәйеп һоҡландырғыс кешеләр.
Йәш кенә ғаиләнең башлығы Илфат сығышы менән Байғужа ауылынан булһа, Айһылыу Аҡъяр ауылында донъяға килгән. Ябай ғына башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән йәштәр ата-әсәләренән үрнәк алып, бәләкәйҙән эшкә, хеҙмәткә өйрәнә.
Илфат Байғужа урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Һәр егеттең ил алдындағы фиҙаҡәр бурысы булып торған әрме хеҙмәтен дә үтә ул. Бөгөнгө көндә бар тырышлығын һалып, Сибай ҡалаһында урынлашҡан «Ирәндек» боҙ һарайында шәхси тренер булып уңышлы эшләп йөрөп. Сәләмәт тормош алып барыуы, бала саҡтан спорт менән дуҫ булыуы уның эшендә лә юғары һөҙөмтә бирә. Илфаттың тырыш хеҙмәте Сибай ҡала хакимиәтенән бирелгән бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Урал аръяғы райондары араһында үткәрелгән «Урал аръяғының иң көслө кешеһе» спорт бәйгеһен дә иң беренселәрҙән булып ойошторған кеше ул. Республика кимәлендәге төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, уларҙы ойоштороусы ла, судья булып та йөрөргә тура килә уға.
Айһылыу ҙа Байғужа урта мәктәбен тамамлай, һуңынан Сибай медицина колледжында акушер һөнәренә уҡып сыға. Хеҙмәт юлын Сибай ҡала дауаханаһында башлап ебәрһә лә бөгөнгө көндә ул үҙмәшғүллек нигеҙендә эшләп йөрөй. Ҡатын-ҡыҙҙарға матурлыҡ өләшеп, биҙәндереү менән шөғөлләнә ул.
Ҡоҙашевтар оҙаҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2012 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Мөхәббәттән генә ҡоролған матур ғаиләлә бер-бер артлы матур балалар тыуа. Быйылғы уҡыу йылында икенсе класҡа уҡырға барған Дания исемле ҡыҙҙары гимнастика менән ҡыҙыҡһына, һылыуҡай ҙа ата-әсәһе кеүек тырышлығы менән алдырһа, биш йәшенән генә хоккей менән шөғөлләнгән улдары Динислам киләһе йылда беренсе класс уҡыусыһы булырға әҙерләнә, ә бәләкәстәре Ирхан әле яңы ғына балалар баҡсаһына йөрөй башлаған.
 Балаларыбыҙҙың күңелен күреп, уларҙың бала саҡтары яҡты, өмөтлө һәм тик шатлыҡтарҙан ғына тороуын теләп, улар өсөн йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ тип әйтһәм яңылышмаҫмын. Ғаиләбеҙҙә матур традициялар булдырҙыҡ, балаларыбыҙҙың тыуған көндәрен иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторабыҙ, бер-беребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Йәй айҙарында йыл һайын һыу буйҙарына сығабыҙ, тәбиғәт ҡосағында ял итергә тырышабыҙ. Шулай уҡ бынан бер нисә йыл элек Илфат менән Ҡытайҙы күреп ҡайттыҡ, быйыл инде Төркиәлә ял итергә насип булды, – ти йорт хужабикәһе.
Матур ғаилә тыуған яҡтарынан да бер ҙә айырылмай. Йәштәр ауылда йәшәгән ата-әсәләренә лә ярҙам итеп өлгөрә, шулай уҡ бында уларҙы 68 умартанан торған, үҙҙәре кеүек эшһөйәр булған бал ҡорттары көтөп тора. Эйе, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү Ҡоҙашевтар өсөн хәҙер инде килемле генә түгел, ә яратҡан эш тә. Бүтәнсә булыуы ла мөмкин түгел: был шөғөл менән Илфат һигеҙенсе класта уҡығанынан алып булыша, ул ваҡытта ике умарта менән генә башлап ебәргән булған. Ә хәҙер инде йыл һайын мул уңыш алып, балалары менән бергәләп бал айыртып, күңелле йәшәй улар. Һатып алыусылары ла йылдан-йыл арта ғына бара.
Бәхетле булыу, ғаиләгеҙҙең ныҡлығы ниндәй төшөнсәләрҙән тора, тигән һорауыбыҙға бына нимә тип яуап бирә улар:
 Беребеҙ “янғанда”, икенсебеҙ “һыу” булырға тырыша, ултырып кәңәшләшеп, барлыҡ проблемаларҙы ла, яҡшы уй-ниәттәребеҙҙе лә уртаға һалып хәл итәбеҙ, бер-беребеҙҙе аңлап, нисек барбыҙ, шулай ҡабул итәбеҙ.
Йәш ғаилә бөгөнгө тормоштоң матурлығын күрә белеп, барлыҡ мөмкинселектәрҙе ҡулланып, бал ҡорттарындай тырышып ғүмер кисерә. Ҡоҙашевтарға артабан да шундай егәрле булып, балаларына аҡыллы тәрбиә биреп, уларҙың шатлыҡтарына күмелеп, һаулыҡта, именлектә йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

 

Сығанаҡ: https://aulut.ru/

 

Автор:Ильфира Аккужина

Автор:
Читайте нас: