Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель , 09:16

Кеше һүҙе...

Ҡайһы саҡ башҡаларҙың һүҙҙәренә лә, әрләүҙәренә лә, хатта маҡтауҙарына ла һаңрау булып ҡалырға кәрәк...

Кеше һүҙе...
Кеше һүҙе...

Өс кеше ярышырға була. Кем текә ҡаяның башына менеп етә алыр икән? Уларҙың үрмәләүен ҡарарға башҡалар ҙа йыйыла.

- Береһе лә менеп етмәй!

- Буш эш!

- Ныҡ текә бит...

Тамаша ҡылыусылар гөж килә, ә улар менеүен дауам итә.

- Хәҙер ысҡынып китәләр!

- Үәт, иҫәрҙәр!

- Унда әле бер кемдең дә менеп еткәне булманы!..

Ярышыусыларҙың береһе арып, уҙыштан төшөп ҡала. Тора-бара икенсеһе лә туҡтарға була. Тик бер кеше генә үрмәләүен дауам итә һәм, ниһайәт, ҡая башына етә.

- Нисек менеп етә алдың ул? Серең нимәлә? — тип аптыраған халыҡ унан һорашырға тотона. Баҡтиһәң, ул һаңрау булған...

 

ҠАЙҺЫ САҠ БАШҠАЛАРҘЫҢ ҺҮҘҘӘРЕНӘ ЛӘ, ӘРЛӘҮҘӘРЕНӘ ЛӘ, ХАТТА МАҠТАУҘАРЫНА ЛА ҺАҢРАУ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА КӘРӘК. КЕШЕ ҺҮҘЕ МАҠСАТТАН, ТУРА ЮЛДАН ЯҘҘЫРМАҺЫН!

Тәржемә.

Автор:
Читайте нас: