Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июль , 23:55

Тағы бер бейеүсене юғалттыҡ

Батыр егеттең ғаиләһенең, атай-әсәһенең, барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә түҙемлек бирһен!

Тағы бер бейеүсене юғалттыҡ
Тағы бер бейеүсене юғалттыҡ

Был хаҡта Сибай концерт-театр берләшмәһе хәбәр итә.
"Бөгөн бер яугиребеҙ юғары исем алды тип ҡыуанып ҡына торғанда, ҡот осҡос хәбәр килде: Сибай концерт-театр берекмәһе бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Ханов махсус хәрби операцияла һәләк булған.
Һыу һөлөгө кеүек матур, талантлы икенсе бейеүсебеҙҙе ҡәһәрле һуғыш йотто...
Яугирҙең ата-әсәһенең, туғандарының, кәләше Регина Иҫәнбаеваның, барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Рәил Руслан улының табутын иртәгә 18 июлдә тыуған ауылы Учалы районының Ҡунаҡбай ауылына алып киләләр. Бейеүсе һалдат менән бәхилләшеү матәме 19 июль 11.00 сәғәттә Ҡорама ауылының 1 май урамында урынлашҡан мәсет янында уҙғарыла".

Автор:
Читайте нас: