Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
22 Июль 2024, 09:00

НИКАХМЫ?.. ӘЛЛӘ НИ ХАҠ?

Һуңғы йылдарҙа “ғаилә институты кризис кисерә” тигән хәбәр киң таралыш алды. Ысынлап та, ғаилә төҙөргә теләмәгәндәр, айырылышыу осраҡтары күбәйеп китте.

НИКАХМЫ?.. ӘЛЛӘ НИ ХАҠ?НИКАХМЫ?.. ӘЛЛӘ НИ ХАҠ?
НИКАХМЫ?.. ӘЛЛӘ НИ ХАҠ?

Һуңғы йылдарҙа “ғаилә институты кризис кисерә” тигән хәбәр киң таралыш алды. Ысынлап та, ғаилә төҙөргә теләмәгәндәр, айырылышыу осраҡтары күбәйеп китте. Чайлдфри, бер енесле никахтар, “ҡунаҡ никах” кеүек төшөнсәләр барлыҡҡа килде. Һүҙ юҡ, был яңы күренештәр бик тиҙ һәм киң таралғас, ғаилә институтын шик аҫтына ҡуйырға урын барҙыр.

Һәр анализ, ғәҙәттә, тарихи экскурстан башлана. Бының өсөн ғаилә тарихын ҡыҫҡаса байҡап китеү урынлы булыр. Билдәле булыуынса, ғаилә ҡороу донъялағы бөтә йән эйәләре өсөн хас нәмә түгел. Маймылдар араһында тик гиббондар, аҡҡош, бүре, ҡондоҙ, альбатрос һ.б. кеүек бер нисә генә йән эйәһе ғаилә ҡора. Шул иҫәптән кеше лә. Ғаилә институты кешелекте һаҡлап торған һәм быуаттар буйы уны ҡурсалаған нәмә. Башҡа йән эйәләренән айырмалы, кеше балаһы тыуғас та үҙаллы тормош алып бара алмай. Мәҫәлән, бәрәс, себеш, ҡолон бер нисә минуттан атлай һәм ашарға һорай башлай. Улар өсөн “атай” тигән төшөнсә юҡ. Кеше балаһы кәмендә биш йыл буйына ҡарауҙы талап итә. Әсәй кеше яңғыҙы уны һис тә тәрбиәләй алмағандыр. Әлбиттә, уның туғандары ярҙам иткәндер. Әммә баланы кеше итеү өсөн уның атаһын “АТАЙ”ға әйләндереү мотлаҡ булған. Әсәй баланы имеҙеп уны тәрбиәләгән арала, атай кеше ғаиләһе өсөн ашарға хәстәрләргә, уны ҡурсаларға тейеш. Бының өсөн ирҙе ҡатын үҙенә “бәйләргә” тейеш. Бына эволюция бик ышаныслы ысул уйлап тапҡан. Ул – енси бәйләнеш. Башҡа йән эйәләре енси бәйләнешкә башлыса бала яралтыу маҡсаты менән йылына, әйтәйек, бер тапҡыр ғына инә. Ҡатын-ҡыҙ организмы бының өсөн “көн дә әҙер” булырға ҡулайлаша алған. Был шарттарҙа һәр ир-ат өсөн даими партнерың булыуы бик отошло. Башҡа йән эйәләренән айырмалы рәүештә, был енси бәйләнеш “секс” тип атала, йәғни ҡәнәғәтлек тә килтерә. Ғаиләнең ошо өҫтөнлөктәре арҡаһында был институт быуаттар буйына һаҡланып килде.

Әммә иҡтисадта, йәмғиәттә, мәҙәниәттә һуңғы йылдарҙа йылдам барған үҙгәрештәр был ғаилә институтын үҙгәрергә мәжбүр итте. Мәҫәлән, ышаныслы контрацепция саралары булмаған саҡта, ҡатын-ҡыҙға үҙенең шәһүәтен (енси теләген) ҡәнәғәтләндереү ауырға ҡалыу хәүефе менән янаған. Шунлыҡтан улар өсөн кейәүгә сығыу мотлаҡ булды. Бынан ярты быуат фән эффектив контрацептивтар уйлап тапҡас, ҡатын-ҡыҙ өсөн кейәүгә сығыу, киреһенсә, өҫтәмә хәүеф тыуҙырҙы. Иреңдең эскесе, һуғыш суҡмары, импотент булыуы бик мөмкин. Шунлыҡтан бәғзе бер ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай, күңелең ятҡан ирҙән бала табып, яңғыҙы уны тәрбиәләүҙе хуп күрә башланы. Быға иҡтисадтағы үҙгәрештәр ҙә булышлыҡ итте. Бөгөнгө иҡтисадта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яраҡлы тармаҡтар (сауҙа, финанс, коммерция, халыҡты хеҙмәтләндереү, сервис һ.б.) уларға етәрлек аҡса эшләргә форсат бирә. Шунлыҡтан уларҙың күптәре ғаилә ҡороп маташмай ҙа. Ҡалаға күсеп китеп, яҡшы шарттарҙа яңғыҙың йәшәүе еңелерәк тә. Ирҙәр эшен “Муж на час” тигән фирмалар бына тигән итеп башҡара.

Һуңғы йылдарҙа айырылышыуҙың артыуы ла ошоноң менән аңлатыла. Статистика ла был турала һөйләй: айырылышыу башлыса (80%) ҡатындар инициативаһы менән башлана.

“Граждан никахы” тигән нәмәнең таралыуы ла ошондай үҙгәрештәр менән бәйле. Бында бер-берең менән ышаныслы бәйләнеш ҡороуҙан ҡурҡыу ҙур роль уйнай. Әлбиттә, бында ике партнер ҙа үҙ-үҙҙәрен “рәсми мисәтһеҙ ҙә бәхетле йәшәйбеҙ ҙәһә” тип тынысландырған була. Әммә быны ысын ғаилә тип иҫәпләүе бик икеле. Кемдер никах контракты төҙөп маташа... “Ҡунаҡ никах”, “ирекле мөхәббәт” һымаҡ төшөнсәләр артында ошо ғаиләгә “пародиялар” йыш осрап тора. Оло быуын өсөн был тик ғаилә йораты, шәрәмәте генә булып һаналһа ла, һәр ата-әсә үҙенең балаһының парлы булыуын теләйҙер. Хатта бер нисә балаһы, икенсе милләттән һ.б. булған ир/ҡатын менән ғаилә ҡорһалар ҙа, ахыр сиктә ризалашырға мәжбүр булалар.

Һуңғы йылдарҙа иҡтисадта бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған пластик һауыт-һабаның, лизингка машина алыу, кредиттың киң таралыуы ла ошо кеше араһындағы мөнәсәбәттәргә йоғонто яһамай ҡалманы. Бында ла “ғүмер ҡыҫҡа, уны тик үҙебеҙ өсөн генә йәшәп ҡалырға кәрәк” тигән принцип буйынса үҙенең тормошон ҡороусы йәштәр арта бара. Донъяға еңел-елпе ҡараш, тик бөгөнгө көн менән генә йәшәү, ғүмерлек никах урынына уның “ваҡытлыса” суррогаттары баҫып бара. Кемдер “ирекле мөхәббәт” тигән принцип менән (дүшәмбе – һинең менән, шаршамбы – икенсе кеше менән), кемдер “беҙ тик дуҫтар ғына” тип осрашып йәшәй. Ошо “парлы тормош”ҡа бер аҙ туҡталып китәйек.

Бөйөк Пифагор “Дуҫлыҡ – тигеҙлек ул” тигән. Йәғни ысын дуҫлыҡ самаса тигеҙ булған ике шәхес араһында ғына булыуы мөмкин. Бала саҡтағы дуҫлыҡ тора-бара, йәғни был ике кеше араһындағы айырма артҡан һайын, кәмей, хатта юҡҡа сыға. Быға һәр кем дә шаһиттыр. “Эскерһеҙ дуҫлыҡ табыштары тигеҙ кешеләр араһында ғына була”, – тигән бер миллиардер. Эйе, кеше иҫәбенә йәшәргә тырышыусы ялған дуҫтар бар икәне бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Бай йәки юғары вазифа биләгәндә дуҫтар күп, әммә кире осраҡта йәки кеше ауырып киткәндә дуҫтарҙан елдәр иҫә. Ә ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһында өс йөҙҙән артыҡ айырма бар. Юҡҡа ғына уларҙы көслө һәм гүзәл заттарға бүлмәйҙәр. Был айырма (физиологик яҡтан ғына түгел, иң мөһиме, психологик йәһәттән) улар араһында ысын дуҫлыҡ булыуын шик аҫтына ҡуя. Белгестәр ике затты хатта ике айырым биологик төргә тиңләй. Йәғни эт менән бесәй (ә быларҙың “дуҫлығын” яҡшы беләбеҙ). Шәриғәт ҡанундары буйынса ла ҡыҙҙар менән малайҙар айырым тәрбиәләнергә тейеш. Пәрәнжә кеүек нәмәләр ҙә исламдың был дуҫлыҡты хупламауы тураһында һөйләй түгелме?

Бындай дуҫлыҡ өсөн тигеҙлек кәрәклеге мөһим булғас, ике затҡа уртаҡ нәмәләр булырға тейеш икәне көн кеүек асыҡ. Ҡатын-ҡыҙ ир-егет өсөн тулы хоҡуҡлы, ысын дуҫ була алмай. Ике зат араһында енси мөнәсәбәттәрҙән тыш башҡа хистәр булыуы мөмкин түгел. Ниндәй генә өлкәне алмайыҡ, кемдер – йә ир, йә ҡатын-ҡыҙ өҫтөн тора. Тигеҙлек, ғөмүмән, мөмкин түгел! Тимәк, дуҫлыҡ та – фикция, алдыҡ! Ҡатын-ҡыҙ үҙен ирҙәрсә тота ала, ләкин ғүмерҙә лә джентельмен була алмаясаҡ. Ир-егет менән дуҫлашам тип, гүзәл зат үҙе “ир-егеткә” әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ә көслө затҡа бының кәрәге юҡ – уға наҙлы ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Ошонан барлыҡҡа килә лә инде “ирҙәр бөтәһе лә бер иш” тигән уй-ҡалып. Ир-егетте – машина, футбол, хоккей, ә ҡатын-ҡыҙҙы мода, косметика, кейем-һалым ҡыҙыҡһындыра. Тимәк, дуҫлыҡ өсөн уртаҡ нәмә табыуы ҡыйын. Ҡатын-ҡыҙҙың (ир-ат менән дуҫлашыу маҡсатында) ул яратҡан сәйәсәт, фән, машина, футбол, хоккей менән ҡыҙыҡһына башлауы ихтимал һәм ул ошо өлкәләрҙә ҡаршы яҡ менән тиң әңгәмә алып барырлыҡ кимәлгә лә өлгәшә алыр. Тик нәфис заттың тәбиғи булмышына хас булмаған, йәғни үҙләштерелгән сифаттар үҙен бик тиҙ асып һаласаҡ. Быны аңлаған ир-ат тора-бара унан ситләшә башлаясаҡ. Дуҫлыҡҡа өмөт итеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙ ғүмерлек хата яһағанын һуңынан ғына аңлай: уны берәү ҙә кейәүгә алмай. Ә уның ябайыраҡ әхирәттәре күптән ғаилә ҡороп, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап, шатланып йәшәй.

Шулай итеп, ир-егеткә дуҫ булырға тырышҡан ҡатын-ҡыҙ ғәмәлдә ике зат араһындағы дуҫлыҡ мәғәнәһен, төшөнсәһен яңылыш аңлап, ҡаршы яҡты ла алдай, шул уҡ ваҡытта үҙе лә алдана. Был ирҙәрҙең йәшерен серҙәрен тәрәнерәк белеү маҡсатында атҡарыла, шикелле. Әгәр ҙә был дуҫ ғаилә дуҫы икән, уның аша иренең серен белергә маташыу, ә сит кеше булһа – буласаҡ иренең ҡылыҡтарын өйрәнә тороу өсөн генә дуҫ ролен үтәй. Дуҫлыҡ тәҡдим иткән кеше бик еңел юл менән яҡынлыҡҡа өлгәшергә итә түгелме? Ҡайһы бер ҡыҙҙар, был егет – минең дуҫым, ти. Уларҙың был “эскерһеҙ аралашыуын” ысын дуҫлыҡ тип әйтеп булмайҙыр.

Бында инде “дуҫлыҡтың” икенсе этабы башлана: енси яҡынлыҡ. Бөйөк француз яҙыусыһы Андре Моруа ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәр араһындағы дуҫлыҡты инҡар итмәгән. Ләкин ул, был араға “алтын ҡаҙаҡ” ҡағылһа, дуҫлыҡ нығыраҡ була, тип әйтеп үткән. “Шул алтын ҡаҙаҡ менән нығытылған наҙ, аҙаҡ ғүмер буйына ябай дуҫлыҡ, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, рәхмәткә таянған хистән күпкә нығыраҡ һаҡлана. Бер-береһен яратыу түгел, үҙ-ара ылығыу ғына кисергән кешеләргә лә, күп булһа, сирек сәғәт самаһы барған енси яҡынлыҡ һөҙөмтәһендә, унар йыллыҡ дуҫлыҡ та бирмәгән ышаныу, аралашыу еңеллеге, наҙлы иғтибар килә. Шуға күрә әлеге сөйҙәрҙән тишкеләнгән тотош бер таҡта кәрәк”, – тип яҙа ул.

Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы был дуҫлыҡҡа оҡшаған мөнәсәбәт мәхәббәткә тартып етмәй. Һөйәр йәки һөйәркә булып йөрөү мәшәҡәтлерәк: мөхәббәт бер-береңдән ҡайһы бер нәмәләр талап итә (сәскәләр бүләк ит, башҡаларға ҡарама һ.б.). Бындай дуҫлыҡ еңел генә, бер ниндәй ҙә йөкләмәһеҙ, күңел ғазаптарһыҙ ғына (дуҫтарса) сексҡа өлгәшеү сараһы түгелме ни? Белеүебеҙсә, әхирәтенең ире менән танышлыҡты “мөхәббәткә” тиклем үҫтереп, беҙҙең арала тик дуҫлыҡ ҡына, тип алдашып йөрөгән “йыландар” ҙа етерлек. Бының арҡаһында күпме ғаилә тарҡалғаны барыбыҙға ла мәғлүм бит инде. Ҡатын-ҡыҙ был дуҫлыҡты түшәккә тиклем генә баҫҡыс тип ҡарамай микән? Был дуҫлыҡ уйнашты йәшереүҙең матур ғына формаһылыр? Бәлки, был ҡараш ирҙәргә лә хастыр? Ғәбит Садиҡов әйтмешләй, дуҫлыҡты һуғарып тормаһаң, ул ҡорой. Ошо тереклек шишмәһе булып секс тора түгелме ни? Әбей менән бабайҙар араһындағы дуҫлыҡ тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Юҡтыр, сөнки улар араһында енси мөнәсәбәттең булыуы икеле. Тимәк, был дуҫлыҡтың этәргес көсө булып тик түшәк тора түгелме ни? Ана, Америка ғалимдары ҡатын-ҡыҙҙарҙың 90 процентына секс етмәгәнен асыҡлаған.

Ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙ араһында ысын дуҫлыҡ бар тип ышанғандар, бәлки, икеһе лә бер-береһен, башҡаларҙы “күрегеҙ – беҙ изге кешеләр!” тип алдайҙарҙыр. Төптән уйлап ҡарағыҙ: ике яҡ та бер-береһен беҙҙең арала ысын дуҫлыҡ тип ышандырырға тырыша. Теге яҡ та алданырға риза булып тора. Шунан икеһе лә башҡа кеше алдында дуҫлыҡ “күрһәтәләр”. Бында “дуҫлыҡ” менән уйнашты йәшерергә тырышыу ғына ята. Уйнашты бер кем дә хупламай, ә дуҫлыҡ – изге төшөнсә. Икенсенән, был мөнәсәбәт – секстың иң осһоҙға төшкән ысулы.

Ике затҡа бер-береһен, һин иң һәйбәт, тип ышандырыуы еңелерәк. Үҙҙәренең араһында дуҫ таба алмағандар ғына бындай дуҫлыҡты һайлай түгелме? Яҡын дуҫ насар яҡтарҙы тура әйтә. Дуҫтарса мөнәсәбәт булыуы дуҫлыҡты аңлатмай шул. Ана, ике кеше араһында ысын мөхәббәт булмаһа ла, ике “йәр” бер-береһен ҡосаҡлашыу, үбешеү, сәскә бүләк итеү менән алдаштыра. Киреһенсә, ысын мөхәббәт был тышҡы атрибуттарһыҙ ҙа дөрләп янырға мөмкин. Шул уҡ хәл ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ “дуҫлығына” ла ҡағыла. Ундағы иң мөһим атрибут – үҙ-ара серләшеү – дуҫлыҡты аңлатмай.

Башҡалар алдында енси мөнәсәбәттәргә таянмаған мөнәсәбәтте ысын дуҫлыҡ тип иҫәпләргә маташыу – тик үҙеңде, таныштарыңды алдау ысулы һәм ысынында тик мистификация, дуҫлыҡ йораты ғына. Мөхәббәтен таба алмаған кеше өсөн был ниндәйҙер йыуаныс килтерәлер. Британия ғалимдары тикшереүҙәре буйынса, ҡатын-ҡыҙ ғүмерҙә лә бер ҡараштан ғашиҡ була алмай, уның өсөн кеше күҙенә кәмендә алты тапҡыр ҡарарға кәрәк. Был “алты тапҡыр” ҡарауҙың бер нисә йыл буйы дауам итеүе бар, кемдер быны дуҫлыҡ итеп иҫәпләйҙер.

АҠШ ғалимдары, ҡатын-ҡыҙҙа яҡынса биш йыл һайын партнерын алмаштырыу теләге тыуып тора, ти. Ире йәки һөйәре ялҡытҡас, “запас аэродром” эҙләү улар өсөн тәбиғи. Бында тик уға тейешле “дуҫтар” кәрәк тә инде. Ир-егеттең был “дуҫлыҡҡа” ышанып йөрөүе лә бар. Юғарыла әйтеп үтелгән “бушлай секс” эсте тишмәй бит. “Кондиция” бөткәс кенә был ҡатын-ҡыҙ тынысланып, “ағинәй”гә әйләнә.

Көнбайыш дәүләттәрендә, мәҫәлән, Германияла һуңғы арала situationship тигән “ғаилә” йораты модаға инә башланы. Инглиз телендә был “situation” (ситуация, хәл) и “relationship” (мөнәсәбәт) һүҙҙәренең гибриды. Бында һүҙ бер ниндәй йөкләмәһеҙ, уртаҡ хужалыҡһыҙ, хистәргә нигеҙләнмәгән уртаҡ ваҡыт үткәреү, түшәк бүлешеүҙән торған мөнәсәбәттә торған парҙы аңлата. Бында төп нәмә – ике яҡ та үҙ-ара мөхәббәт юҡ икәнен яҡшы аңлай. Партнерҙар үҙ-ара симпатия тураһында һүҙ алып барырға тейеш түгел. Ул нәмә булған хосуста ла, икенсе яҡ өсөн сер булырға тейеш. Был бер ниндәй ҙә күңел ғазаптары тыуҙырырға тейеш түгел. Бер-береһенең исемдәрен белеү ҙә етә. Артыҡ борсолоу, яуаплылыҡ тигән нәмәләр бында булырға тейеш түгел. Уртаҡ ваҡытты бергә үткәреү генә мөһим. Ҡалған ваҡытта кемдең нимә менән шөғөлләнгәне тураһында ҡыҙыҡһыныу тыйыла. “Мин һине яратам” тип әйтергә кәрәкмәй. Бер-береңә нервы, аҡса сарыф итергә кәрәкмәй. Бер-береңә бүләк итеү ҡаралмаған, тыуған көнөң менән ҡотламаһа, үпкәләш булырға тейеш түгел. Әгәр ни сәбәптәндер бер партнер осрашыуға килмәһә, асыуланырға ярамай. Тик экономия ғына тураһында был “никах”. Бында иҫәп-хисапты яратҡан немецтар ахыр сиккә барып етте, шикелле. Хәйер, һәр никах, ғаилә нисек кенә булмаһын, ошо экономияға алып килә түгелме?..

Илдар Ғәбитов.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас