Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
1 Сентябрь 2024, 05:20

81 йәшлек миллиардер 26 йәшлек Алинаға өйләнгән

Һеҙ бындай никахҡа нисек ҡарайһығыҙ? 

81 йәшлек миллиардер 26 йәшлек Алинаға өйләнгән81 йәшлек миллиардер 26 йәшлек Алинаға өйләнгән
81 йәшлек миллиардер 26 йәшлек Алинаға өйләнгән

Германияла йәшәүсе 81 йәшлек миллиардер Хорст-Дитер Эш Санкт-Петербургтан 26 йәшлек Алина исемле ҡыҙға өйләнә, тип хәбәр итә Германия баҫмаһы BILD. Хорст-Дитер Эш – «Вильгельмина» модель агентлығының элекке хужаһы. 26 йәшлек Алина Кузняткина менән  уның балалары Марселина ла бар икән. Уларҙың Мексикала туйҙары уҙған.

BILD яҙғанса, кәләш  миллиардер менән социаль селтәрҙәрҙә танышҡан. 24 йәшендә ул бизнесмен менән бергә йәшәй башлаған. Алина Петербургта, Мәскәүҙә уҡыған, ул бай ғаиләнән һәм шуға күрә «уны атай-әсәһе байлыҡ менән нисек иркәләһә, мин дә иркәләйем, әммә бында аҡсаның ҡыҫылышы  юҡ, был – мөхәббәт», – тигән миллиардер.

 Хорст-Лидерҙың элекке ҡатыны  Югославиянан  булған, унан 1971 йылғы ҡыҙы бар. 

Һеҙ бындай никахҡа нисек ҡарайһығыҙ? 

Фото: novochag.ru

 

 

Автор:
Читайте нас