Ньокки өсөн: 6 картуф, 1 йомортҡа һарыһы, 80 г он, тоҙ, борос.
Соус өсөн: 7 шампиньон, 135 мл һөт өҫтө (сливки), 1 баш һуған, 2 һарымһаҡ теше, 100 г сыр, 30 г аҡ май.
ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:
Картуфты “мундирҙа” бешерәләр. Табала аҡ майҙы иреткәс, туралған һуғанды, һарымһаҡты, бешмәкте ҡыҙҙыралар. Сырҙы ҡырғыстан үткәргәс табаға өҫтәйҙәр, һөт өҫтөн ҡоялар. Ҡайнап сыҡҡас, утты һүндерәләр. Соус әҙер
Һыуынмаҫтан алда бешкән картуфтың ҡабығын әрсейҙәр ҙә иҙәләр. Картуфҡа йомортҡа һарыһын, тоҙ, борос, он өҫтәп ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙан бәләкәй генә өлөштәрҙе өҙөп алып, түңәрәк әүәләйҙәр (әстерхан сәтләүеге ҙурлығында булырға тейеш). Түңәрәктәрҙе сәнске ярҙамында ялпаштыралар. Ҡайнар һыуға һалып, ньокканы бешерәләр. Бешкән ньоккаларҙы һыуҙан алғас, соус өҫтәйҙәр.