Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Октябрь , 12:32

Йырсы үҙ һәләтенә тоғро ҡалырмы?

Талантлы йәш йырсы Хәсән йырҙары менән кешеләр күңелен йомшартырға теләй. Шул ваҡытта ғына улар үҙҙәренең изге йөрәкле икәндәрен онотмаясаҡ, тип иҫәпләй ул. Герой үҙ маҡсатына тоғро ҡала алырмы, әллә еңел булмаған миссияһына хыянат итерме?..

Йырсы үҙ һәләтенә тоғро ҡалырмы?
Йырсы үҙ һәләтенә тоғро ҡалырмы?

Кешеләр күңелен арбай алған тауыш – талантлы йырсыларға бирелгән оло бүләк, тигән фекерҙә булған боронғолар. Моңло йырсылар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята – улар һәләте менән сәнғәткә хеҙмәт итергә, бөйөк эштәр башҡарырға тейеш. 
Талантлы йәш йырсы Хәсән йырҙары менән кешеләр күңелен йомшартырға теләй. Шул ваҡытта ғына улар үҙҙәренең изге йөрәкле икәндәрен онотмаясаҡ, тип иҫәпләй ул. Герой үҙ маҡсатына тоғро ҡала алырмы, әллә еңел булмаған миссияһына хыянат итерме?.. 25 октябрҙә 19:00 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә  Венер Исхаҡовтың "Йырланмаған йырым һин..."  повесы буйынса яҙылған спектакль тап сәнғәт кешеһенең ҡатмарлы тормошо хаҡында.  Премьера  Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың юбилей бенефисына арнала.  

Инценировка авторҙары - Айрат Абушахманов менән Динара Ҡәйүмова, рәссамы - Алина Нуриманова, композиторы - Рәмис Хәкимов, хореграф - Алина Мостаева. 

Был спектакль кешеләрҙең тормошо, уларҙың мөхәббәте, күңел кисерештәре һәм өмөттәре хаҡында бәйән итә. Тәрән фәлсәфәгә тулы һәм хис-кисерештәр менән бай тарих һәр кемдең йөрәгенә үтеп инер, тамашасыларҙы уйға һалар.

Автор:
Читайте нас: