Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ, баш мөхәррир:
"Журнал уҡыусылар 1994 йылдың ғинуарында “Шоңҡар”ҙың беренсе һанын ҡулына алды. Тәүге көндәрҙән үк был баҫма үҙенең темалар төрлөлөгө, халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреүе, уҡыусыларҙың зауығына тап килгән әҙәби әҫәрҙәр баҫылыуы, ижад донъяһына аяҡ баҫҡан йәштәргә талмаҫ ҡанат биреүе менән халыҡтың һөйөүен яуланы. Журнал халҡыбыҙҙың милли үҙаңы күтәрелгән ваҡытта барлыҡҡа килеүе тағы ла ҡыуаныслы ине. Милләтебеҙҙең бығаса асыҡ яҡтыртылмаған тарих биттәре, шәхестәребеҙ хаҡындағы яҙмалар мәктәптәрҙә уҡытыусылар өсөн дәреслек булараҡ та файҙалыныуға булышлыҡ итте.
Әлеге ваҡытта журнал – йәштәрҙең генә түгел, төрлө быуын вәкилдәренең яратып уҡыған баҫмаһы. Беҙҙең маҡсат – бөтә республикаға һәләтле, ниәтенә ынтылышлы йәштәр менән таныштырыу. Шуға күрә журналдың тышлығын тап шундай алдынғы ҡарашлы, аҡыллы, иҫ киткес замандаштарыбыҙ биҙәй, улар үҫеп килгән быуынды үҙ өлгөһө менән рухландыра.
Журнал йәш таланттарҙы асыҡларға ярҙам иткән конкурстар ҙа үткәрә. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың хикәйәләрен, шиғырҙарын, повестарын ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре авторҙарының әҫәрҙәрен дә тәржемә итәбеҙ. 30 йыл арауығында билдәле яҙыусылар, ҡәләм әһелдәре үҙҙәренең ижад емештәре менән баҫманы уҡымлы итеүгә, уҡыусылар күңелендә нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур көс һалды. Ошо уңайҙан юбилей һанында журналда элек хеҙмәт иткән, бөгөн эшләгән ҡәләмдәштәребеҙҙең әҫәрҙәрен биреү урынлы булыр.
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, тоғро дуҫтарыбыҙ! Барығыҙҙы ла ошо күркәм юбилей менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә бергә булайыҡ, бергәләп яңы бейеклектәрҙе яулайыҡ!"