Өфөлә Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылының иң мөһим ваҡиғаһы – “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” Бөтә Рәсәй күргәҙмә – форумы асылды. Ул ике көн дауам итә.
Форумдың төп маҡсаты – сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән граждандарҙың тормошон һәр яҡлап яҡшыртыу, уларға реабилитация үтеү сараларын киңәйтеү, социаль тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү.
Юҡҡа ғына ул форум-күргәҙмә тип аталмай, инвалидтар өсөн медицина ҡорамалдары, заманса реабилитация саралары менән таныштырыу төп маҡсаттарҙың береһе булғанлыҡтан, улар форумда ҙур урынды биләй. Унда Приморье крайынан алып Калининградҡа тиклем реабилитация ҡорамалдарын етештереүселәр ҡатнаша.
Форум барышында "Геройҙар дәүере. Махсус хәрби операция ветерандарын социаллаштырыу" темаһына ултырыш үтте.
Майҙансыҡтың эшендә Урал Килсенбаев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, статс-секретарь-Рәсәйҙең оборона министрыны урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Урал Килсенбаев ултырышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне:
- Бөгөн Өфө, Башҡортостан фекер алышыу өсөн майҙансыҡҡа әүрелде. Илдә әлеге мәлдә был хәл менән осрашҡан төбәк юҡ, беҙ тәүгеләрҙән булып юл ярабыҙ, шуға ла һөйләшеү, тәжрибә менән уртаҡлашырға тейешбеҙ. Бынан тыш, үҙебеҙзең уй-фекерҙәрҙе Анна Евгеньевнаға еткерергә форсат бар. Бөгөн файҙалы һөйләшеү булыр тип ышанам ,- тине Урал Таһир улы.
Артабан һүҙ Анна Цивилеваға тапшырылды. Ул үҙенең сығышында “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының эшмәкәрлеге, киләсәккә ҡаралаған пландар тураһында һөйләне.
— Фондтың көслө, берҙәм, ә иң мөһиме битараф булмаған командаһын күреүгә бик шатмын. Бында бөгөн Башҡортостан вәкилдәренән тыш башҡа төбәктәрҙән дә килгәндәр, был бик яҡшы күренеш, сөнки беҙ берҙәм булырға тейеш. Беҙ илебеҙҙе көслөрәк булыуын, проблемаларҙы бергәләп хәл ителеүен теләйбеҙ, - тине Анна Цивилева.
Ул махсус хәрби операция ветерандарының медицина реабилитацияһын үтеү, йорттарын яраҡлаштырыу, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә автомобиль тапшырыу, яңы һөнәргә уҡытыу, эш урындары менән тәьмин итеү, спорт һәм башҡа сараларға йәлеп итеү тәртибе хаҡында ентекләп һөйләне.
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина үҙ сиратында республикала 16 ай эсендә ниҙәр башҡарылғаны тураһында мәғлүмәт бирҙе. Шулай, фонд 68 мең мөрәжәғәтте ҡабул иткән, шуларҙың 62 меңе ыңғай хәл ителгән, 200 кеше эшкә урынлашытырлған, 300 ашауы яңы һөнәр үҙләштергән һәм башҡа бихисап эштәр башҡарылған.
- Беҙҙең команда исеменән Анна Евгеньевнаға рәхмәт һүҙҙәрен белдергем килә. Уның ярҙамы менән ошо йыл ярым ваҡыт эсендә республика фонды әүҙем, мобиль командаға әйләнеп, Рәсәйҙең иң яҡшылар рәтенә инде. Беҙҙә социаль координатор булып тол ҡалған ҡатындар ҙа, улдарын юғалтҡан әсәләр ҙә, МХО ветерандары ла, дин әһелдәре лә эшләй, - тине Гөлнур Ҡолһарина.