Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Октябрь 2024, 08:45

Рәсүл Ҡарабулатов: "Йыр ҡайғыһы китте"

Бының сәбәбе нимәлә тиһегеҙме? 

Рәсүл Ҡарабулатов: "Йыр ҡайғыһы китте"
Рәсүл Ҡарабулатов: "Йыр ҡайғыһы китте"

Артист булараҡ һәйбәт кенә эшләп йөрөгәндә, төҙөлә генә башлаған Конгресс-холл һарайына директор итеп тәғәйенләнеләр. Һәм мин баштан-аяҡ төҙөлөш эшенә сумдым. Йыр ҡайғыһы китте, көнө-төнө ҙур төҙөлөш барған ерҙә эшләйем, проектты өйрәнәм, сметалар, пландар менән булышам. Ләкин барыбер сәхнәне ташламаным. Оҙаҡ спорт менән шөғөлләнмәгән спортсы формаһын юғалтҡан кеүек, сәнғәт кешеһе лә сәхнәнән ситләшһә, профессиональ кимәлен юғалта башлай бит. Тәүҙә – Конгресс-холл, артабан Башҡорт дәүләт филармонияһы (элек бергә эшләгән дуҫтар, коллегалар өҫтөнән етәкселек итеү ҙә еңел түгел), ҡабат Конгресс-холл, инде хәҙер Химиктар мәҙәниәт һарайы директоры вазифаларын йөкмәнем. Ә ундай эштә эшләгәс, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт менән ижад икенсе планға күсә башлай.

Автор:
Читайте нас: