Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
31 Октябрь 2024, 07:31

Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре рус телендә донъя күрәсәк

  Башҡортостандың Яҙыусылар союзы иғлан иткән  «Ут күршеләр» әҙәби-танытыу конкурсы һөҙөмтәләре билдәле.     #ФСГОРБ#ГрантыРБ#нкогранты2024

Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре рус телендә донъя күрәсәкБашҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре рус телендә донъя күрәсәк
Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре рус телендә донъя күрәсәк

 

31 октябрҙә Башҡортостан яҙыусылары әҫәрҙәрен тәржемә итеү буйынса  «Ут күршеләр» әҙәби-танытыу проекты һөҙөмтәләре билдәле булды.

 

Был проектты Башҡортостандың Яҙыусылар союзы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашыра.

 

Конкурсҡа барыһы 63 тәржемәсенән 80 ғариза ҡабул ителгән. Рәсәйҙең 21 ҡала-районынан, хатта Литванан бер тәржемәсе ҡатнашыу теләген белдергән.

 

Әҙәби журналдарҙың баш мөхәррирҙәренән, нәшриәт вәкилдәренән, билдәле тәржемәселәрҙән, рәсми структуралар вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы тәҡдим ителгән 80 китаптан бишәүһен еңеүсе тип тапты:

 

"Эре проза" номинацияһы - Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" дидактик романы, тәржемәсе - Зөһрә Бураҡаева.

 

"Проза йыйынтығы" номинацияһы - Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләре, тәржемәсе - Алик Шакиров.

 

"Шиғриәт" номинацияһы - "Бәхет эҙләү" шиғырҙар йыйынтығы, тәржемәсе - Юрий Татаренко.

 

"Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы әҫәр" номинацияһы - Дилә Булгакованың хикәйәләре, тәржемәсе - Заһиҙә Мусина.

 

"Классик" номинацияһы - Зиннур Ураҡсиндың әҫәрҙәре, тәржемәсе - Юлдаш Ураҡсин.

 

"Ут күршеләр" проектында еңеүсе  тип табылған тәржемәселәр ике ай дауамында әҫәрҙәр өҫтөндә эшләйәсәк. Артабан улар әҙерләгән китаптар донъя күреп, уҡыусыларға тәҡдим ителәсәк. Проекттың фонды - 1 500 000 һум.

 

2 ноябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала "Заман шарттарында нәфис тәржемә практикаһы" семинары һәм "Әҙәби тәржемә - XXI быуат диалогы" тип аталған түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Унда билдәле тәржемәселәр, әҙәбиәт белгестәре - Виктор Куллэ (Москва), Андрей Тимофеев (Москва), Владимир Угрюмов (Новосибирск) ҡатнашасаҡ.

Шулай уҡ Башҡортостан яҙыусыларының төрлө телдәрҙә донъя күргән китаптарынан торған күргәҙмә ойоштороласаҡ.

 

#ФСГОРБ#ГрантыРБ#нкогранты2024

Автор:
Читайте нас