Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Ноябрь , 09:50

Президент кәңәшсеһен 5 миллионға алдағандар

 Шуға ла һаҡ булайыҡ, телефондан шылтыратҡан теләһә кемгә ышанмайыҡ. 

Президент кәңәшсеһен 5 миллионға алдағандар
Президент кәңәшсеһен 5 миллионға алдағандар

Башҡортостан  Президентының элекке кәңәшсеһе Виктор Пчелинцевты мошенниктарға 5 миллион һумға алдаған. «Башинформ»ға хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә,  уға киберенәйәтселәр элемтәгә кергән. Йәнәһе  уның иҫәбенән дуҫ булмаған илгә аҡса күсерергә маташалар.  "Уны быға ФСБ, Үҙәк Банк һәм башҡаларҙың ялған вәкилдәренә шылтыратыу  схемаһын ҡулланып ышандырғандар. Мошенниктар ышанып, ул банктан  5 миллион һум аҡсаһын алып  енәйәтселәргә  күсергән», — тип аңлата сығанаҡ. Һуңыраҡ яҡындарына үҙе менән булған хәл тураһында хәбәр иткәс, Виктор Пчелинцевҡа уның аферистар ҡорбаны булыуын әйткәндәр. Шуға ла һаҡ булайыҡ, телефондан шылтыратҡан теләһә кемгә ышанмайыҡ. 

Автор:
Читайте нас: