Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь , 09:50

Кейек ҡоштар төшмәй түбәнгә

Ҡурай моңо… Халҡыбыҙҙың зары-һағышы ла, михнәте-рәхәте лә, дәрте-дарманы ла күскән был моңға. Тарихтың сал саҡрымдарын яҡтыртыр хәтер нуры бит ул… Был моңдо Баймаҡ районы Йылым ауылынан сыҡҡан Нурғәли Кейекбирҙин тап шулай ҡабул итә.

Кейек ҡоштар төшмәй түбәнгә
Кейек ҡоштар төшмәй түбәнгә

Ҡурай моңо… Халҡыбыҙҙың зары-һағышы ла, михнәте-рәхәте лә, дәрте-дарманы ла күскән был моңға. Тарихтың сал саҡрымдарын яҡтыртыр хәтер нуры бит ул…

Был моңдо Баймаҡ районы Йылым ауылынан сыҡҡан Нурғәли Кейекбирҙин тап шулай ҡабул итә. Ул 40 йылдан ашыу Башҡорт иленә ҡурайсылар тәрбиәләй, Сибай ҡалаһында сәнғәт колледжында уҡыта. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәли Мирғәли улының иңендә – меңәрләгән дәрес-һабаҡтар, республика һәм Халыҡ-ара бәйгеләр, еңеүҙәр бихисап танылған ҡурайсылар… Уның күңеленән урғылған, йылғыр бармаҡтарынан түгелгән тылсымлы моң үҙебеҙҙә лә, күрше төбәк-илдәрҙә лә күптәрҙе арбай. 60-ты артҡа ташлаған талант эйәһе! Уның бындай ҙа моң ҡөҙрәте атаһынан күскән:

– Алтынсы класта Йылайыр болононда бесән сабабыҙ. Төшкө ашҡа туҡтаған арала атайым миңә ҡурай һыҙғыртырға өйрәтте. Шунда уҡ ярты көйҙө уйнарға ла өйрәндем, – ти Нурғәли.

– Шулайҙыр. Олуғ шәхесебеҙ Юлай ағай Ғәйнетдинов әйтеүенсә, һеҙҙең атай яғынан да, әсәй яғынан да тамырҙарығыҙ ҡурайсыларға барып тоташа бит!

– Эйе. Бигерәк тә, фамилиябыҙ нигеҙендәге Кейекбирҙе Саматов хаҡында әйткем килә. Ул затлы ырыуыбыҙ башында торған. 1850 йылдарҙағы халыҡ иҫәбендә үҙе лә, ике улы ла теркәлгән. Береһе, Солтанмораты, Йылым ауылының старостаһы булған...

Нурғәли Мирғәли улы ырыу-затындағы ҡурайсылар тарихын яҡшы белә. «Иң мөһиме шул, мәлендә атайым миңә ҡурай һабаҡтарын дөрөҫ биргән», – тип хәтерләй ул.

Ут уттан тоҡана, тиҙәр. Быуыны ла ҡатмаған бала ҡурайҙа оҫта ғына уйнарға өйрәнә. Ә бит алыҫ 70-се йылдарҙа балалар ҡулына ҡурай тотторғандар булмай ҙа тиерлек. Шуға өйҙә Нурғәлигә ата-әсәһе дәрт бирә. Ауыл клубында инәй-олатайҙар көй күтәрә, берҙән-бер ҡурайсы малайҙы дәррәү алҡышлай. Үҫмер егет үҙешмәкәр концерттар мәлендә Баймаҡ сәхнәһендә лә сирҡаныс ала. Уҡыйым, тигән баланы әсәһе, ғүмер буйы фельдшер-акушер булып эшләгән Мәрзиә апай, нисек тә йүнен табып, Өфөләге сәнғәт училищеһына алып килә. «Баш баламдан уға эйәрә килгән Дилүзәм менән Азатым өлгө алһын», – тип тырыша ул.

Нурғәли арҙаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәнов класына эләгә.

1970 йылдар башы. Тиҫтерҙәре ҡара нөктәләргә-тамғаларға ҡарап илаһи моң сығара. Музыкаль белеме булмаған Нурғәли өсөн – был ят күренеш. Әммә ауылда дөйөм фәндәрҙән тик «бишле»гә уҡыған ҡара тырыш малай бер аҙнала ноталарҙы ятлап ала. Шул йылда уҡ юғарыраҡ курс программаһынан көйҙәрҙе лә уйнарлыҡ кимәлгә етә. Тик, ауыл малайы, рус теленән аҡһай. Тәүге ярты йыллыҡҡа «3» билдәһен сәпәйҙәр. Аҙна-ун көндән Нурғәли касса янына килеп стипендия алайым тиһә, аҡса юҡ. «Тап ана шул һиҫкәндереп, күңелдә ҡойон уйнатып ебәрҙе! Йәнтәслим рус теленә тотондом һәм йыл аҙағына һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәштем», – ти Нурғәли йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп. Уҡып бөткәс, филармонияға эшкә барырға уйлай ул. Әммә «бәндә теләй, Хоҙай бойора» тиҙәр бит.

Әнисә Муллағолова

"Тамаша" журналынан

Автор:
Читайте нас: