-11 °С
Болотло
Рәшит Ғәзизулла улы Заһиҙуллин 86-сы йәшендә арабыҙҙан китте.
1939 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Татар Һаҫыҡкүле ауылында тыуған. Хәрби хеҙмәткә алынғансы (1958-1962) тыуған колхозында эшләй. Стәрлетамаҡ совхоз-техникумын ситтән тороп тамамлай. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Рәшит йәш ваҡытынан уҡ ижадҡа ғашиҡ була. Уның Башҡортостан китап нәшриәтендә сыҡҡан тиҫтәләп китабы донъя күрҙе. 1999 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
«Өләсәйемә булышам» (коллектив, 1985).