Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ноябрь , 09:55

“Ил саҡырғас, яуға киттек”

Украинала барған сыуалыштар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Кемдәрҙер контракт хеҙмәтендә үтәгән хәрби бурысына тоғро ҡалһа, ҡайһылары өлөшләтә мобилизацияға эләгеп китһә, бәғзеләр үҙ теләктәре менән юлланды. Һүҙем...

“Ил саҡырғас,  яуға киттек”
“Ил саҡырғас, яуға киттек”

Украинала барған сыуалыштар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Кемдәрҙер контракт хеҙмәтендә үтәгән хәрби бурысына тоғро ҡалһа, ҡайһылары өлөшләтә мобилизацияға эләгеп китһә, бәғзеләр үҙ теләктәре менән юлланды. Һүҙем Әбйәлил районы Иҙәш Ҡусҡары ауылынан бер туған апайлы-ҡустылы Әлфиә менән Зариф Кинйәбулатовтар хаҡында.

Бер ҡарында ятҡан бер туғандар

Иҙәш ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе һаналған Мәғәфүрә менән Шәриф Кинйәбулатовтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Улар 28 йыл татыу ғүмер итә. Ғаилә башлығы Магнитогорск ҡалаһында слесарь-ремонтсы булып эшләһә, Мәғәфүрә апай Асҡар үҙәк дауаханаһында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Өлкән ҡыҙҙары Әлфиә лә әсәһенең юлын һайлаған, медицина өлкәһен үҙ иткән. Уртансылары Зариф контракт буйынса хәрби бурысын үтәй, ә иң кеселәре Фәдис физкультура уҡытыусыһы буласаҡ.
Заманың ниндәй – яҙмышың да шундай. Әҙәмде ризыҡ, эсәр һыу йөрөтә, тиҙәр. Мәҡәләм Украина ерлегендә дошман менән күҙгә-күҙ алышҡан ҡыйыу йөрәкле Зариф һәм һалдаттарҙың ғүмере өсөн алғы һыҙыҡта көрәшкән шәфҡәт туташы Әлфиә тураһында.

“Бурысымды үтәнем тип һанайым”

Ҡусҡар мәктәбе ябылғанға тиклем Иҙәш, Ярлыҡап мәктәбе уҡыусылары шул ауылда белем эстәне. Беҙ Әлфиә менән бер осор балалары булғас, мәктәптең күп сараларының уртаһында бергә ҡайнаныҡ, ул алдынғы уҡыусылар рәтендә булды, гел генә “бишле” билдәләренә өлгәште. Ул ваҡыттағы бәләкәй генә кәүҙәле, ҡара һылыу, тыныс холоҡло ҡыҙҙан ниндәй батыр ҡыҙ үҫкәнен Иҙәштә үткән осрашыуҙа күреп аралашҡас белдем.
Әлфиә Шәриф ҡыҙы Ҡусҡар туғыҙ йыллыҡ мәктәбендә белем алғандан һуң, Таһир Күсимов исемендәге гимназияла 11-се класты тамамлай. Унан һуң, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Сибай ҡалаһындағы медицина колледжына уҡырға инә. Уҡыуҙа ла, ғөмүмән, ҡайҙа ғына булһа ла тырышлығы арҡаһында һәр саҡ еңеүҙәргә өлгәшә ул.
Артабан яҙмыш Әлфиәне баш ҡалаға илтә. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының өлкәндәрҙең медицина реабилитацияһы бүлегендә шәфҡәт туташы булып эш башлай. Эше араһында Башҡорт дәүләт университетында логопед һөнәрен үҙләштерә, шунан һуң реабилитация бүлегендә логопед булараҡ та ауырыуҙарға ярҙам итә.
Ауыл яғына, ата-әсәләренә яҡын булыу теләге менән Магнитогорск ҡалаһына эшкә ҡайта. Ә инде махсус хәрби операция башланғас, Әлфиә сентябрь айында уҡ үҙ теләге менән шәфҡәт туташы булып китергә ҡарар итә. 2023 йылдың февраль айында Луганск өлкәһенең Красный Луч ҡалаһына 100 көнлөк командировкаға юллана. Дауаханаларҙа һалдаттарға һәм урындағы халыҡҡа ярҙам күрһәтә ул.
– Барғанда шомло, ҡурҡыныс ине. Кеше бөтә урынға ла яраҡлаша тигәндәре дөрөҫ икән, мин дә тиҙ генә өйрәнеп киттем. Урындағы халыҡ та беҙҙе йылы ҡаршы алды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ҡыҙ.
Әлфиә һөйләүенсә, һалдаттар ҙа уларға яҡшы мөнәсәбәттә булған. Күптәре башҡорт егеттәре икән, уртаҡ тел табыу ҙа ауыр булмаған. Бөгөн иһә Әлфиә яу яланындағы мәхшәр хаҡында ла тик йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша.
– Йәшәү ҡәҙере арта, сәләмәтлектең ни тиклем ҡәҙерле икәненә инанаһың. Хәҙер башҡасараҡ ҡараштамын. Һуғыш кешенең яҙмышын, булмышын шул тиклем үҙгәртә. Өмөтлө ҡараштары менән төбәлгән һалдаттарҙы үлем тырнағынан йолоп ҡалыр өсөн барыһын да эшләргә тырыштым. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бергә һәм берҙәм булдыҡ. Алдыма ҡуйған бурысымды үтәнем тип һанайым, хатта ҡайһы ваҡытта тағы кире барғы ла килеп китә, – тип тамамланы һүҙҙе шәфҡәт туташы.
Командировкалағы һуңғы көндәрендә Шайморатов генерал үткән юлдарҙан, уның эҙҙәре буйлап йөрөп ҡайтҡан ҡыҙ. Әлфиә үҙе үҙгәргән, күпме үлемде, күпме янған ауыл-ҡалаларҙы, күҙ менән ҡаш араһында етем ҡалған сабыйҙарҙы күргән... Үткәндәре, уйҙары, һуғышта ҡалған яугир һалдаттар тынғылыҡ бирмәйҙер инде ҡыҙға, әммә бөгөн уға тыуған тупһаһы, тыуған ере, ата-әсәһе ҡәҙерле.

Йөрәкле егеттәр боҙло һыуға ла, ут эсенә лә инә ала

Ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән Зариф Ҡусҡар туғыҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡығандан һуң, Асҡар урта мәктәбен тамамлай. 2017 йылда хәрби булам тигән антына тоғро ҡалып, Мәләүез кадет корпусына уҡырға инә. Бер йыл уҡығандан һуң, үҙ теләге менән Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына баҫа. Артабан иһә хәрби юлды һайлай. Сыбаркүл ҡалаһында контракт төҙөп, водитель-механик, уҡсы булып хеҙмәтен дауам итә.
Ата-әсәнең күңеле һиҙгер була, тиҙәр. Мәғәфүрә апай менән Шәриф ағай ҙа баланы яҡында ҡалдырыу маҡсаты менән контракт хеҙмәтенән баш тартырға өгөтләй һәм Зарифты тыуған яғына ҡайтырға күндерәләр. Бер аҙ ғына вахта ысулы менән эшләп ҡайтҡан егет: “Мин ябай тормошта йәшәй алмайым, үҙемде хәрби хеҙмәттә күрәм”, – тип, документтарын алып кире хәрби комиссариатҡа килә һәм ул Украинала барған сыуалыштарҙың уртаһына барып эләгә.
Әле ҡыйыу егет Авдеевка, Макеевка йүнәлешендә водитель-механик булып тоғро хеҙмәт итә. Тоғро тигән һүҙемде һалдаттың яу яланында күрһәткән батырлыҡтары дәлилләй.
Нацистар урындағы халыҡты ла аяуһыҙ ҡыра, был турала бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙар. Зариф та иптәш егете менән шундай хәлгә шаһит була. Ут эсендә ата-әсәһен юғалтҡан ике ҡыҙҙы табып алалар һалдаттар. Ҡыҙҙар үлемесле хәлдә булғанға, тәүге ярҙам ҡулы һуҙырға тип, үҙҙәренең базаһына алып киләләр. Иптәше күтәреп алып ҡайтҡан бәләкәй ҡыҙ ҡулында йән биреүе ҡыҙғаныс. Ә Зариф алып ҡайтҡан ҡыҙҙың, бәхеткә күрә, ата-әсәһе лә табыла. Командирҙары, ҡыҙҙың яҡындары ла егеткә рәхмәт уҡый һәм яугиргә хөрмәт күрһәтеү йәһәтенән гөбөргәйел бүләк итәләр. Бөгөн Зариф дуҫын үҙенән бер иле ҡалдырмай, һәр саҡ биштәрендә йөрөтә, уны талисман тип һанай. Бының өсөн һалдатҡа уҙған йылдың август айында отпускыға ҡайтҡан мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров генерал Шайморатов миҙалын тапшыра. Ә ноябрҙә Хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығын ала.
Бөгөн 24 йәшлек һалдат үҙенең иптәштәре менән бергә яу яланында йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырған. Спорт менән шөғөлләнеп, үҙҙәрен һәр саҡ формала тотор өсөн спортзал эшләп алғандар. Иҙәш ауылы халҡы ла батыр йөрәкле яҡташын онотмай. Былтыр бөтә ауыл халҡы, аҡса йыйып, үҙйөрөшлө мунса эшләп оҙатҡандар.
– Мунсаны эшләүҙә бөтә ауыл ир-егеттәре көс түкте, береһен дә айырып әйтерлек түгел. Мунсала йыуыныу өсөн әйберҙәр, күстәнәстәр алып килгән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Һәр ҡайһыһы ныҡлы һаулыҡта, бәлә-ҡаза күрмәй ғүмер кисерһен ине, – тигән теләктәрен еткерҙе ауылдаштарына яугирҙең әсәһе.
Ҡыйыу йөрәкле егеттәр шулай уттан да, һыуҙан да ҡурҡмай. 5 июль көнө Зарифтың “Авдеевканы алған өсөн” миҙалы менән наградланыуы ла мәғлүм булды. Тормошта, һуғышта күргән ғазаптары, юғалтыуҙары, алған һабаҡтары хәлде аңлап, баһалап эш итергә саҡыра, башты юғалтып ярһып алға сабырға йә артҡа ҡасырға юл ҡуймай Зарифҡа, шуға ла ул, ут эсендә артыҡ батыр-ҡыйыу булыуҙан алда, тотанаҡлы һәм эстән ныҡ булыу шарт, тигән фекерҙә.
Халыҡта “Күмәкләгән яу ҡайтарған” тигән мәҡәл бар. Беҙҙең халыҡта ир-аттың төп бурыстары араһында илде һаҡлау тигәне лә бар. Был бурыс беҙҙә ҡан кимәлендә нығынған. Ә инде ошо хәлдең кем тарафынан башланғанын тикшерә башлаһаҡ, илебеҙ менән еңелеп ҡалыуыбыҙ ҙа ихтимал. Ил саҡырғас, яуға китә инде ир-егет. Мәңге шулай булған.
Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта, тиҙәр. Һәр әсә кеүек, улы өсөн борсолоп тороусы Мәғәфүрә апай ғәзизе алғы һыҙыҡта булғанда ҡулынан телефонын төшөрмәй. Батыр йөрәкле балалар тәрбиәләгән ата-әсәйгә сабырлыҡ теләүҙән дә башҡаһы юҡ. Күҙ ҡараһылай күреп үҫтергән балалары ҡыуаныс-шатлыҡтары менән һөйөндөрһөн, алғы һыҙыҡта йөрөгән Зарифтары имен-һау әйләнеп ҡайтһын!


Гөлфиә ХӘсӘнова.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: