Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Декабрь , 09:45

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй

Хәҙер Карина Мозафарованың “Заманса һанлы технологияларҙы файҙаланып, кадрҙар менән эште ойоштороу” тигән таныҡлығы ла бар. Афариндан башҡа, ни әйтәһең инде! Заманға яраҡлашып, тормоштан йәм табып йәшәй белгән, көслө рухлы, ихтыярлы шәхес йәшәй арабыҙҙа. Яңы үрҙәр, ҙур уңыштар теләйбеҙ һиңә, Карина!

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй
Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй

Учалы ҡала-районының коммерцияға ҡарамаған инвалидтар ойошмаһы яңы устав буйынса 2003 йылдан уңышлы эшмәкәрлек алып бара. 2024 йылдың май айынан ойошма менән Нелли Кенесарина етәкселек итә.

Нелли Ғәли ҡыҙы бәйән итеүенсә, әле инвалидтар ойошмаһында 2415 кеше иҫәптә тора, шуларҙың өс йөҙгә яҡыны балалар икән. Улар араһында тыумыштан ауырыу булғандар ҙа, төрлө сир, йәрәхәт һөҙөмтәһендә мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә бар.

- Уларҙың күбеһенең физик мөмкинлеге сикле булһа ла, рух, ихтыяр көсө сәләмәт кешенекенән дә юғарыраҡ, тип әйтер инем. Был хаҡтағы фекерем төрлө кимәлдә үткәрелгән спорт саралары, фестивалдәрҙән һуң нығынғандан-нығына бара. Ойошма уларҙың барыһына ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Тәү сиратта, аралашыу мөмкинлеген булдыра, үҙ һәләтен бойомға ашырһын өсөн төрлө саралар, осрашыуҙар үткәрә. Мәҫәлән, шахмат-шашка уйнаусыларыбыҙ күп. Бынан тыш, ойошма ағзалары бильярд, өҫтәл теннисы менән, тренажерҙарҙа шөғөлләнә. Быйыл бочча тигән яңы уйын да уйнай башланыҡ (мөмкинлектәре сиклеләр өсөн яраҡлаштырылған уйын, туптар ярҙамында). Был төр уйынды өйрәтеүсе һәм күнектереүсе Илдар Туҡтыбаев атлы тренерыбыҙ ҙа бар. Был аҙнала Учалы филармонияһының спорт залында бочча буйынса ярыш та уҙғарҙыҡ, хатта. Дәртләнеп йөрөйбөҙ, киләһе йылға туптар һатып алыу өсөн грант та яҙҙыҡ, ниәтебеҙ бойомға ашыр, тип ышанабыҙ.

Ойошма шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә күп функциялы үҙәккә, дауаханаға яҙылырға, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр түләргә лә, юридик ярҙам кәрәк булғандарға ла ярҙам итә. Был тәңгәлдә ярҙамсы ҡулдар етеңкерәмәй, әлбиттә, шуға ла ирекмәндәрҙең ярҙамынан баш тартмаҫ инек. Шулай уҡ инвалидлығы булған, ләкин уҡырға йәки эшләргә теләге булған граждандарҙы ла ҡайғыртабыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә инвалидтарҙы мәшғүл итеү буйынса ойошма-предприятие етәкселәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Унда беҙ физик яҡтан мөмкинлеге сикле яҡташтарыбыҙҙы эшкә урынлаштырыу юҫығындағы бар мөмкинлектәрҙе барланыҡ һәм етәкселәрҙән аңлау таптыҡ, тип иҫәпләйем, - ти Нелли Ғәли ҡыҙы.

Һәр ойошма ағзаһын иғтибарҙан ситләтмәҫкә, ярҙам итергә тырыша етәксе. Был эшендә уға Карина Мозафарова исемле шәп ҡыҙыҡай ярҙам итә.

Карина Илдар ҡыҙына 21 йәш. Ҡалала тыуып үҫкән. Ғаиләлә, ике апаһынан ҡала, өсөнсө бала булып донъяға килә. Кинйәкәйҙәрен ата-әсә мөмкин тиклем үҙ аллы тормошҡа әҙерләргә тырыша.

- Бала сағымда йыш ҡына операциялар эшләтергә тура килде. Шуға күрә башлыса уҡыу өйҙә ойошторолдо, уҡытыусылар үҙҙәре килеп дәрес бирә торғайны. Ләкин, бер ни тиклем ваҡыт, мәктәпкә лә йөрөнөм, класташтар менән дуҫлашып киткәйнем. Һуңынан улар мине таптырып, уҡытыусынан һорашып та бөткәндәр икән. Үҫкәс инде, имтихандар бирергә кәрәк ине, 5-се мәктәптә 9-сы класты тамамланым. Йәшермәйем, тәүҙә ҡурҡтым, ҡыйын булды. Өйҙә тыныс шарттарҙа ғына уҡып өйрәнгәс, мәктәптәге шау-шыу, ығы-зығы ауыр тәьҫир итте. Шулай ҙа өйрәндем, класташтарым да ярҙам итте, мине ситкә типмәнеләр, дуҫлашып киттек, - тип белем усағы тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты Карина.

Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙыҡай Ҡурған ҡалаһына уҡырға бара. Советтар Союзы Геройы Н.Я. Анфиногенов исемендәге технология колледжында документация эше буйынса белгес һөнәрен үҙләштерә. 2022 йылда уны тамамлай. Ә 2023 йылдың ғинуарынан Карина Мозафарова Учалы ҡалаһындағы инвалидтар ойошмаһында эште ойоштороусы вазифаһында хеҙмәт юлын башлай.

- Ойошмаға килеп эләгеүем көтөлмәгәндә булды. Дөрөҫөн әйткәндә, бында теркәлергә иҫәбем юҡ ине. 2017 йылда әсәйем, миңә әйтмәйенсә генә, бында теркәп ҡайтҡан. Теләр-теләмәҫ кенә килгәйнем, хәҙер тормошомдо ойошмаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Эшем дә оҡшай. Инвалидтар ойошмаһы миңә эстән асылырға, оялмаҫҡа-тартынмаҫҡа, аралашырға, танышырға, хыялдарымды бойомға ашырырға ярҙам итте. Һәр кемдеке кеүек ауыр саҡтар ҙа булып китә, ләкин бирешмәйем. Спорт менән шөғөлләнеү бөтә тиҫкәрлектәрҙе ҡул менән һыпырғандай юҡ итә, - тип йылмая ҡыҙыҡай.

Карина Илдар ҡыҙы бөгөн тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Эшенән буш ваҡыттарында өҫтәл теннисы, бочча уйнай, яратҡан шөғөлө – быялаға һүрәт төшөрөү менән мауыға. Әйткәндәй, был ысулды ҡыҙыҡай элекке “Стиль” үҙәгендә (хәҙерге Йәштәр йорто) шөғөлләнеп өйрәнгән. Бынан тыш, әсәһе Каринаны бешеренергә, бәйләнергә лә өйрәткән. Мәҡәлә геройыбыҙ ырғаҡ менән төрлө кофталар, шарфтар бәйләй. Тәмле итеп борщ, төрлө аштар бешерә. Ә иң яратҡаны – десерт әҙерләү икән. Сер итеп кенә әйтте – еләктән асыҡ пирогтар бешерергә ярата. Бынан тыш, әҙәби китаптар уҡырға ла бик әүәҫ.

Туҡтауһыҙ үҫешергә, яңы нәмәләр өйрәнергә, аралашырға яратҡан алсаҡ ҡыҙыҡай күптән түгел генә өҫтәмә һөнәри белем дә үҙләштергән. Хәҙер Карина Мозафарованың “Заманса һанлы технологияларҙы файҙаланып, кадрҙар менән эште ойоштороу” тигән таныҡлығы ла бар. Афариндан башҡа, ни әйтәһең инде! Заманға яраҡлашып, тормоштан йәм табып йәшәй белгән, көслө рухлы, ихтыярлы шәхес йәшәй арабыҙҙа. Яңы үрҙәр, ҙур уңыштар теләйбеҙ һиңә, Карина!

Гүзәл ЛАТИПОВА.

 

Автор:
Читайте нас: