Бөгөн, 13 декабрҙә, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы башланды. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм илдәрҙән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.
Съезда республика башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының V съезында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәнен хәтерләтте.
- Беҙ һеҙҙең менән быға өлгәштек. Бөгөн Совет майҙаны беҙҙең өсөн әһәмиәтле урынға, ә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов башҡорт халҡының рухлы улдарының ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек символына әүерелде. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Башҡортостан яугирҙәре, атай-олатайҙарыбыҙ кеүек үк, Совет майҙанынан нацизм менән көрәшеү өсөн махсус хәрби операцияға юллана.
Был традицияны дауам итербеҙ – быйылғы Ҡоролтайҙа Өфөлә махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйырға тигән ҡарар ҡабул итәбеҙ. Әҙерлек эштәрен башларбыҙ, конкурс иғлан итербеҙ. Һәйкәлдең урыны билдәле. Беҙгә йәнә билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков ярҙам итергә әҙер.
Һуңғы йылдарҙа Башҡорт ҡоролтайы менән берлектә башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары хаҡында хәтерҙе мәңгеләштерҙек. Пермь ҡалаһында мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовҡа, Һамар өлкәһендә башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған Ғәббәс Дәүләтшинға, Пермь крайында сәнәғәтсе һәм Уложенный комиссия депутаты Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәлдәр ҡуйылды», – тине Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында сығыш яһағанда.