Бөгөн, 13 декабрҙә, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы башланды. Сығышы барышында республика башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алдағы йылдарға төп бурысын билдәләне.
- Бөгөнгө көндә Ҡоролтайҙың төп бурысы - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләһенә яҙрам итеү эшен дауам итеү. Айырыуса һәләк булған геройҙарыбыҙҙың ғаиләһенә иғтибар бүләйек. Элек-электән башҡорттар ҡайғы килгән күршеһенә булышлыҡ иткән, ярҙам ҡулы һуҙған. Беҙ ҙә уларҙы бәләлә яңғыҙҙарын ҡалдырмаясаҡбыҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам менән хәрби госпиталдәргә барҙы. Башҡа өлкәләрҙәге бүлектәргә лә рәхмәтемде белдерәм. Улар ҙа үҙ инициативаһы менән яралы һалдаттарға ярҙам итә башланы. Был бик мөһим эш, - тине сығышында Радий Хәбиров.