Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Декабрь , 22:45

Башҡорт батырҙары, донъя чемпиондары Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар

Боксер булараҡ уңышҡа өлгәшеү өсөн Америкаға барыуыбыҙ дөрөҫ аҙым булғандыр. Әммә беҙҙең сит илгә китеүебеҙҙең тағы бер маҡсаты - халҡыбыҙҙың данын таратыу ҙа булды бит.

Башҡорт батырҙары, донъя чемпиондары Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар
Башҡорт батырҙары, донъя чемпиондары Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар

 

Башҡорт батырҙары, донъя чемпиондары Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар

Боксер булараҡ уңышҡа өлгәшеү өсөн Америкаға барыуыбыҙ дөрөҫ аҙым булғандыр. Әммә беҙҙең сит илгә китеүебеҙҙең тағы бер маҡсаты - халҡыбыҙҙың данын таратыу ҙа булды бит. "Ниңә башҡорттарҙы сит яҡта белмәйҙәр?" тигән һорау мине һәр ваҡыт борсой торғайны. Был ғәмде беҙгә атайыбыҙ һалды. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе күп башҡорт ғаиләләренән айырмалы, беҙҙең ғаиләлә һәр ваҡыт әҙәби тел яңғырап торҙо. Бер мәл атайыбыҙға йомошҡа тип күршебеҙ килеп инде. Атай өйҙә юҡ - һунарҙа ине. "Атайығыҙ ҡайҙа?" - тип һорағас: "Ул һунарға китте", - тип яуап бирҙек. Күрше был һүҙҙең мәғәнәһенең айышына төшөнә алмағас, ҡабат һораны: "Ҡайҙа китте, тиһегеҙ?" Баҡтиһәң, ауылдашыбыҙ башҡортса һөйләшһә лә, күп башҡорт һүҙҙәрен руссаһы менән бутап бөтөргән, һунарҙы ла ул охота тип кенә белә булып сыҡты. Ә беҙ таҙа итеп башҡорса һөйләшергә өйрәндек. Телебеҙгә ихтирам тәрбиәләп, атай беҙҙең күңелдәргә рух орлоғо һалған. Ошо рух арҡаһында беҙҙә халҡыбыҙҙы юғары күтәрергә тигән теләк барлыҡҡа килгәндер. Шуның өсөн башҡорт батыры тураһында Мел Гибсондың "Ҡыйыу йөрәк" тигән киноһы һымаҡ фильм төшөргөм килә. Шундай хыялым бар.

Сит ерҙәрҙә йәшәп, ниндәй ғибрәт, һабаҡ алдың?

- Һәр кем үҙ ерендә, тыуған ерендә йәшәргә тейеш. Миңә күпмелер ваҡыт илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә лә, Бөйөк Британияла ла, Америкала ла йәшәргә тура килде. Хәҙер килеп, минең күңелем Уралыма тартыла. Силәбеләме, Өфөләме - иң мөһиме, башҡорттар янында йәшәргә тейешмен. Тағы бер фәһем алдым. Ул ниҙән ғибәрәтме? Кешемен тигән кеше күктән ярҙам көтөп, ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш түгел. Ҡайһы саҡ шундай кешеләрҙе күрергә тура килһә, сараһыҙҙан: "Көтмәгеҙ, һорамағыҙ! Үҙегеҙ эшләй башлағыҙ", - тигән оран һалғы килә. Тағы. Һайлауҙар үтһә, таныштарымдан: "Кем өсөн тауыш бирҙең?" - тип һораһам, күптәр: "Мин һайлауға барманым. Минең генә тауышым хәл иткес роль уйнамаясаҡ бит", - ти. Һүлпән кешеләрҙе енем һөймәй.

Чемпион булыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?

- Спорттың теләһә ҡайһы төрөнән чемпион булыр өсөн бер генә сифатың да етә. Көслө теләгең булһын. Ул теләк һине алға әйҙәйәсәк. Беҙ ҙә ошо теләгебеҙ ярҙамында Америкаға сығып киттек бит. Миңә: "Минең дә чемпион булғым килә. Ярҙам ит әле", - тип, йыш мөрәжәғәт итәләр. Ундайҙарға үҙебеҙҙең Америкаға сығып китеүебеҙ тарихын һөйләп бирәм. Беҙ "Барайыҡмы, бармайыҡмы", тип, икеләнеп торғанда, яҙмышыбыҙҙы бер тәңкә ярҙамында хәл иттек. Чемпионлыҡ серҙәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте "БашгизХан" исемле китабымдан таба алырһығыҙ.

Ә уңышлы кеше кем ул һинеңсә?

- Кешенең уңышлы булыуы - уның асылына, кешелек ҡиммәттәренә бәйле. Әлбиттә, һәр кем үҙен уңышлы кеше, тип һанай ала. Үҙемдең кешелек ҡиммәттәремдән сығып, мин дә үҙемде уңышлылар рәтенә ҡуям. Минең өсөн иң мөһиме нимә? Беренсенән, туған телемде белеү, икенсенән, туғандарымды, халҡымды яратыу, өсөнсөнән, милли мәҙәниәтебеҙҙе белеү. Минеңсә, фатирлы, яҡшы машиналы кеше генә уңышлы түгел, ә ошо һанап кителгән кешелек ҡиммәттәрен һанлағандар - иң уңышлы кеше.
Илгиз ИШБУЛАТОВ "Киске Өфө"

"Башҡортостан" гәзите — Атай-әсәйегеҙ һеҙҙә ниндәй сифаттар тәрбиәләне? Тормошта уңышҡа өлгәшергә нимә ярҙам итә?

Сабир Сөләймәнов: — Маҡсатҡа ынтылыштыр, моғайын. Бер ваҡытта ла бирешмәҫкә, һынмаҫҡа, ҡуйылған маҡсатҡа табан барырға кәрәк.

— Йәш быуын һеҙҙең кеүек тырыш, тәүәккәл, ныҡышмалы булып үҫһен өсөн нимә эшләргә кәрәк? Уңыштың сере нимәлә?

— Ғаиләлә ата-әсә өлгө күрһәтергә тейеш, ә йәмғиәттә күп һөйләү урынына күберәк эшләү зарур, — ти Сабир. — Йәштәргә финанс ярҙамы күрһәтергә кәрәк. Кеҫәһе ҡалын кешеләр байтаҡ бит. Әммә уларҙан файҙа аҙ. Арғаяшта ғына эш эҙләгән күпме йәштәр бар. Улар ярҙамға мохтаж.

 Фото: Сөләймәновтар альбомынан.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: